Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Декабрь , 23:37

Теге донъя менән бәйләнеш бармы?

Мәрхүм апаһының өмөтлө ҡарашы һаман күҙ алдында...

Теге донъя менән бәйләнеш бармы?
Теге донъя менән бәйләнеш бармы?

Мәрхүм апаһының өмөтлө ҡарашы һаман күҙ алдында...

Теге донъяға күскән яҡындарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, уларҙың рухына Ҡөрьән аштары уҡытыу йәмғиәтебеҙҙә изге йола булараҡ йәшәп килә. Ошо рәүешле үҙебеҙҙең күңелебеҙгә лә еңеллек алабыҙ.

Ошоға бәйле бер танышымдың үҙе менән булған бер ваҡиғаһы уйға һалды.

– Мәрхүм туғандар иҫтәлегенә йыл һайын Ҡөрьән ашы үткәрәбеҙ. Алдан уҡ уларҙың исемлеген яҙып, һәр береһен хәтергә алабыҙ, доға уҡыйбыҙ, хәйер таратабыҙ. Был юлы ла шулай эшләнек. Барыһы ла риза булып таралышты, үҙебеҙҙең дә күңел булып ҡалды, ләкин шул төндә атайымдың күптән мәрхүм булған апаһы төшкә керҙе. Бер нәмә лә өндәшмәй, моңһоу ғына ҡарап торҙо ул. Ҡапыл исемлек иҫкә төштө һәм уны алып ҡараным. Унда ни сәбәптәндер ошо апайым яҙылмай онотолоп ҡалғайны. Үҙен хәтергә алмағанға ла шулай моңайып төшкә килеп ингәндер, тип уйланым.

Шул аҙнаның йомаһында мәсеткә барып, уның рухына доға уҡытып, хәйер биреп сыҡтым. Шунан һуң үҙемә лә тыныс булып ҡалды. Үлгәндәрҙең доға өмөт итеүенә шунан һуң нығыраҡ ышандым, – тип һөйләне танышым.

Ф.Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: