Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гөлнур Ишбулатова “Башҡорттар” тапшырыуының сираттағы сығарылышы күренекле дин әһеле, дәүләт эшмәкәре Мөхәмәт Ҡорбанғәлиевкә арналыуы тураһында хәбәр итте. “Тағы бер милләттәшебеҙ Японияла ислам диненә нигеҙ һалған, мәсеттәр асыуға булышлыҡ иткән”, – тип яҙҙы тележурналист.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев 1889 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Мөхәмәт-Ҡолой улусының (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районының) Миҙиәк ауылында имам-хатип ғаиләһендә донъяға килгән. Мөхәмәтғәбделхәй сығышы менән дин әһелдәре Ҡорбанғәлиевтәр нәҫеленән була.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев революциянан һуң Башҡорт милли хәрәкәтенә әүҙем ҡушылып китә. Башҡортостан автономияһының Арғаяш кантонын ойоштороуҙа ҡатнаша. Артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса Маньчжурияла, Японияла оҙаҡ ҡына йылдар йәшәй. Токиола мосолман мәхәлләһен туплай һәм 1923-1938 йылдарҙа Токио ҡалаһы имамы була. 1927 йылда ошо ҡалала мосолман мәҙрәсәһе, ә инде 1938 йылда “Исламиә” мәсетен асыуға өлгәшә.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең артабанғы яҙмышы һынауҙар менән тулы була. 1945 йылда Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, уны совет ғәскәрҙәре ҡулға ала һәм Мәскәүгә алып килеп, 10 йылға төрмәгә ябыу тураһында ҡарар сығарыла. Ул тиҫтә йыл Владимир төрмәһендә ултырырға мәжбүр була. Артабан, 1956 йылда, тыуған яғына ҡайтып, 1972 йылға тиклем Силәбе өлкәһендә мулла вазифаһын башҡара. Уны был төбәк халҡы “Япон мулла” тип йөрөтә.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең тормош юлын яҙыусы Рәшит Хәкимов өйрәнеп, уның тураһында “Япон мулла” тигән нәфис-документаль роман ижад итә. Ул “Ватандаш” журналында ла баҫылып сыға.
“Халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, ғәжәйеп бай ҙа, ҡатмарлы ла тормош юлы үткән Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең шәхесен тулыһынса өйрәнәһе бар әле”, - ти журналистар һәм тарихсылар.
Фотоларҙа: Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм “Япон мулланы”ның Токиола һалдырған мәсете.
Фотолар: видеонан скришот.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите