Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь , 21:47

"Икенсе Луиза Хәйруллина"ны әле булһа таба алмайҙар

Банк хеҙмәткәрен халыҡ-ара эҙләүгә биргәндәр.

"Икенсе Луиза Хәйруллина"ны әле булһа таба алмайҙар
"Икенсе Луиза Хәйруллина"ны әле булһа таба алмайҙар

Банк хеҙмәткәрен халыҡ-ара эҙләүгә биргәндәр.

Банк хеҙмәткәрен халыҡ-ара эҙләүгә биргәндәр. Тәүҙә был ҡатын федераль эҙләүҙә була.  Лилиә Тәхәүетдинова тураһында “икенсе Луиза Хәйруллина” тип яҙып сыҡҡайнылар инде, ул да күп миллионлап аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Ул бер йылдан ашыу инде хоҡуҡ һаҡлаусыларынан йәшенеп йөрөй.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, зыян күләме 15 миллион һумға торошло, ә рәсми булмаған сығанаҡтар буйынса – 40 миллион һумдарҙа тирбәлә.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығына зыян күреүселәрҙең береһе һөйләүенсә, ул Тәхәүетдинованы күп йылдар белгән, үҙ әсәһенә кеүек ышанған. Ул уға ҙур суммалағы аҡсаһын  - бер нисә миллионын процент менән ҡайтарырға килешеп бирә. Шул хәтлем аҡсаһынан яҙыу уның бизнесына ғына түгел, һаулығына ла, ғаиләһенең именлегенә лә кире йоғонто яһай. Хәҙер ул был ҡатынды табыуҙарына өмөт тә итмәй. Ул ваҡытта кешеләрҙе ниңәлер был хеҙмәткәрҙең юғары процентлы килем вәғәҙә итеүе, аҡсаны касса аша түгел, ә ҡулына алыуы һиҫкәндермәй ҙә. Һөҙөмтәлә ҡатын Өфөләге эшен, өйөн, туғандарын, яҡындарын ташлап, ғәйеп була.

Тәфтишселәр мәғлүмәте буйынса, кредит- финанс ойошмаһының юридик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү төркөмө етәксһе банк клиенттары һәм таныштарының аҡсаһын алдаҡ юл менән үҙәләштергән. Былтыр сентябрҙә Рәсәй УМВД-һының Өфө буйынса тәфтиш идаралығы ныҡ ҙур күләмдә үҙләштереү  йәки туҙҙырыу тураһында енәйәт эше асҡан. Уны тикшереү өсөн махсус тикшереү-оператив төркөм булдырылған.

Автор:Аклима Гизатуллина

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Фото: bashgazet.ru

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: