Һүҙ Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ауылдарға, эшсе ҡасабаларға, ҡала тибындағы ҡасабаларға, йә иһә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан табиптарға түләүҙәр тураһында бара. Бер тапҡыр бирелә торған компенсацияның күләме - 750 мең һумдан алып 1,5 миллион һумға тиклем.
Вазифалар реестрында - участка терапевы, педиатр, хирург, невролог, стоматолог, акушер-гинеколог, анестезиолог-реаниматолог, ғаилә табибы, эндокринолог, фтизиатр, офтальмолог, онколог, травматолог-ортопед, фельдшер, фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире һәм башҡалар.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғоноң тулы тексы менән бында танышырға мөмкин.
Башинформ хәбәр иткәнсә, Балаҡатай үҙәк район дауаханаһында яңыртылған хирургия бүлексәһе асылды.