Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь , 15:44

Мөкәйҙә – ҡаҙ өмәһе!

Мөкәй ауылында “Айыҡ ауыл” респуб­лика конкурсы сиктәрендә Ҡаҙ өмәһе байрамы гөрләп үтте.

Мөкәйҙә – ҡаҙ өмәһе!
Мөкәйҙә – ҡаҙ өмәһе!

Башҡорт халҡында һәйбәт ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Ҡаҙ өмәһе байрамы ноябрь айында, ҡар яуып, көндәр һалҡынайғас үткәрелә. Быйылғы ноябрь айы ҡарһыҙ булһа ла, ауылдарҙа гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә. Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Милли байрам тамырҙары менән боронғо замандарға барып тоташа һәм милли йолаларҙы һаҡлау маҡсатында быуындан-быуынға тапшырыла килә.
Мөкәй ауылында “Айыҡ ауыл” респуб­лика конкурсы сиктәрендә Ҡаҙ өмәһе байрамы гөрләп үтте. Бында эшһөйәр, эшлекле кешеләр йәшәй, улар сәләмәт һәм айыҡ тормош алып бара, эшләй ҙә, ял да итә белә. Мөкәйлеләр элек-электән ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнә. Һәр хужалыҡта тиерлек егермешәр-утыҙар баш ҡаҙ-өйрәк аҫрайҙар. Ауыл эргәһендә генә мул һыулы быуаның булыуы ҡаҙ-өйрәк үҫтереү өсөн ифрат уңайлы.
Ауылдың изге күңелле, ҡунаҡсыл хужабикәһе Гүзәл Сыңғыҙова уҙған аҙнала ауылдаштарын, туғандарын ҡаҙ өмәһенә саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаларын еренә еткереп үтәне. Ауыл халҡы бына шулай бер-береһенә ярҙам күрһәтеп, үҙ-ара татыу йәшәй.
Бөтә яҡтан өлгөр, тырыш Гүзәл Вәхит ҡыҙы мәктәптә балаларға белем бирә, бынан тыш, ауыл клубының мәҙәниәт ойоштороусыһы булып эшләй. Гөрләтеп донъя көтә, баҡса тултырып йәшелсә-емешен үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Әйткәндәй, Гүзәл әсәһе Миңлегөл Миңнулла ҡыҙына ҙур рәхмәтле, сөнки уның хужалыҡ эшендәге оло ярҙамын, кәңәшен, терәген тойоп йәшәй.
- Быйыл ҡырҡлап ҡаҙ бәпкәһе алғайным, барыһы ла имен генә үҫтеләр. Көҙ еткәс, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – үҙе бер ҡыуаныс, - ти Гүзәл.
Айҙар Сыңғыҙов менән Илфат Рәхмәтуллиндар ҡаҙҙарҙы һуйғандан һуң, егәрле ҡатын-ҡыҙҙар, еңгәләр, инәйҙәр – Зәлиә Хәмзина, Лена Хәмитова, Земфира Халиҡова, Рәмзиә Рәхмәтуллина, Тәнзилә Сыңғыҙова, Әлиә Рәхмәтуллина, Ғәлиә Ҡолбахтина, Миңлегөл Хәмитова, Фәрзәнә Ғәҙелшина һәм Гөлназ Сыңғыҙовалар түңәрәккә теҙелеп ултырып, гармунда уйнаусы Вәхит Сыңғыҙовҡа ҡушылып халҡыбыҙ йырҙарын йырлай-йыр­лай күңелле итеп ҡаҙ йолҡто. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң олоһо – Лена Хәмитова ла йәштәрҙән ҡалышманы. Ҡаҙ йолҡҡанда уның ҡулдарына күҙ эйәрмәне. Йолҡҡандан һуң ирҙәр ҡаҙҙарҙы ялҡынлы утта өтөп алды. Ҡатын-ҡыҙҙар эске ағзаларын алғас, ҡаҙҙарҙы кө­йәнтәләргә элеп, гармунға ҡушылып йырлап ауыл эргәһендәге быуаға юл тотто.
Йырлай-йырлай эшләгән эш ырамлы ла була, ти өмәселәр. Киләһе йылда ҡоштар ихатала тағы ла күберәк булһын, бөтә ерҙә тыныслыҡ хөкөм һөрһөн, тип изге теләктәрен теләп, һә, тигәнсе эште тамамлап та ҡуйҙылар.
- Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә килә, - тине Гүзәл Сыңғыҙова.
Һуңынан өмәселәр хужабикә әҙерләгән ҡаҙ ите менән аш ашап, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ, бәлеш менән сәй эсеп матур табын артында, күңелле әңгәмәләшеп ултырҙы.
Һуйған ҡаҙҙарҙы имен-һау ашарға яҙһын, ҡош-ҡорттары уңып торһон, ошондай матур эштәре менән киләсәктә лә ауылды йәмләп йәшәүҙәрен теләйбеҙ мөкәйлеләргә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: