Бөгөнгө көндә, һәр кем нисек тә булһа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам итергә тырыша.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ, - тиҙәр Иҫке Ҡыйышҡы ауылының “Иҙел” ирекмәндәр төркөмөнә йөрөүселәр.
- Эшебеҙҙе 2022 йылдың декабрь айында башланыҡ. Беҙҙең эшебеҙҙә ярҙам итеүсе Һәүәләй ауылының “Ватан” ирекмәндәр штабы ирекмәндәренә оло рәхмәтлебеҙ. Улар беҙҙе бөтә эштәргә өйрәтте һәм һәр башланғысыбыҙҙы хупланы. Берҙәм коллектив тупланыҡ - Әлмира Сафина, Фәриҙә Андрианова, Нәфисә Бикбаева, Мәҙинә Мөғәлина, Фәнүзә Ҡыҙрасова, Гүзәл Латипова, Әлфиә Макаева, Дамира Ғибәҙуллина, Лидия Маглиева һәм башҡалар берҙәм булып эшләйбеҙ. Кемдең ҡулынан нимә килә, кем һалдаттарға нимә ебәрә ала – барыһын да тырыштыралар. Битараф ҡалыусылар юҡ. Ғәлиә Давидова менән Хәмдиә Хәкимовалар егеттәргә ихлас күңелдән оҫта итеп сәк-сәк бешереп ебәрәләр.
- Бөгөнгө көнгә беҙ маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, блиндаж шәмдәре эшләйбеҙ. Эште башлағандан алып иҫәпһеҙ-һанһыҙ маскировкалау селтәре үрҙек. Әлбиттә, һәр кемебеҙҙең өйҙә мәшәҡәте етерлек. Әммә беҙ был селтәрҙәрҙең ысын мәғәнәһендә егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүен беләбеҙ. Шуға күрә, беҙ бергә йыйылып, бар эште лә ихлас күңелдән башҡарабыҙ. Шәм эшләүе лә ауыр түгел. Аҙыҡ-түлектән бушаған ҡалай һауыттарға ҡалын ҡағыҙ урап тултырғандан һуң, фитиль ҡуйғас, иретеп парафин ҡойоп һыуытырға ҡуябыҙ. Кемдер бейәләй, бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләп килтерә. Бынан тыш, кәрәк-яраҡ әйберҙәр (носки, футболкалар, ҡырынғыс, башлыҡтар, термокейем, фонарҙар, бирсәткәләр, ойоҡбаштар, һабын, төрлө дарыуҙар һәм башҡалар) һалып посылка тултырабыҙ. Бындай изге эштә халыҡ әүҙем ҡатнаша.
Тыуған яҡтан килгән күстәнәстәр һалдаттарыбыҙҙы йылытһын, улар беҙҙең хәстәрлекте тойһон. Еңеү беҙҙең яҡта булыр, - ти улар.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам даими ебәрелеп тора. Бындай изге эштә ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ булһын, ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.