Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Ноябрь 2024, 11:31

Ныҡлап һыуытыр көнгә күп ҡалманы

Ҡар ятты тигәндә ҡабаттан йылытты, ямғыр яуа башланы. Килһә килһен дә ҡыш, килделе-киттеле ҡыланмаһын ине... Былай синоптиктар ысын һыуыҡтар башланыр көндө хәбәр итте.    

Ныҡлап һыуытыр көнгә күп ҡалманыНыҡлап һыуытыр көнгә күп ҡалманы
Ныҡлап һыуытыр көнгә күп ҡалманы

Ҡар ятты тигәндә ҡабаттан йылытты, ямғыр яуа башланы. Килһә килһен дә ҡыш, килделе-киттеле ҡыланмаһын ине... Былай синоптиктар ысын һыуыҡтар башланыр көндө хәбәр итте.

 

Белгестәр әйтеүенсә, ноябрь буйы көндөҙ һауа температураһы плюс градусты күрһәтәсәк, төнөн иһә минус 5-кәсә һалҡынайтасаҡ.

Декабрь башланыу менән ҡапыл һыуыта. 2 декабрҙә, мәҫәлән, көндөҙ -9 градусты күрһәтәсәк. Шул аҙна аҙағына һауа температураһы көндөҙ -21 градус, ә төндәрен -26 тирәһе буласаҡ.

Ай уртаһында инде ысын һыуыҡтары менән ҡыш киләсәк.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас