Даирә
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ноябрь , 11:41

Ғүмерлек ғазап (хикәйә) Мотал Рәмов

Ышанманы Роза сихыр тигән имеш-мимешкә. Аралашҡан ҡатындары күпме генә өгөтләмәһен, ҡулын ғына һелтәне

Ғүмерлек ғазап (хикәйә) Мотал Рәмов
Ғүмерлек ғазап (хикәйә) Мотал Рәмов

Ышанманы Роза сихыр тигән имеш-мимешкә. Аралашҡан ҡатындары күпме генә өгөтләмәһен, ҡулын ғына һелтәне:

– Ҡуйсы, юҡ-бар һөйләп, башымды ҡатырмағыҙ ҙа, сихыр-михыр менән булышҡан үҙегеҙ булышығыҙ… Ялған мөхәббәт кәрәкмәй миңә, – иренең ситтәр менән типтереүе хаҡында хәбәр еткереп, берәй им-томсо әбей-фәләнгә барырға кәңәш итеүселәргә уның яуабы һәр саҡ шулай ҡыҫҡа булды.

Бөгөн дә, иртәнге эш-көшөн теүәлләп, инде генә сәйгә йөгөнгәйне, ел ҡапҡанан уҡ хәбәрҙәрен теҙә-теҙә Зәмзәмиә килеп инде.

– Э-э-эй, ошо апайымды – нисә килһәңдә самауыр төбөндә! Һау ғына ултыраһыңмы? Нишләп яңғыҙың ғына ул? Ағай менән малайың берәй яры киттеләрме әллә?

– Әлегә арыу ғынабыҙ әле, Зәмзәмиә… Сәйгә ултырыр алдынан ғына һине уйлап алғайным… Әйҙә, сәйгә, һөйләмәй генә йөрөйһөң икән…

– Юҡсы, һеҙҙе һөйләһәм дә, апай, гел маҡтап ҡына телгә алам. Бары-юғына баш ватмай ғына, бер һыҙырта йәшәп тик ятаһығыҙ. Аҡса, тип өҙәләнгәнең дә күренмәй… Мин… беҙ ни шул аҡса арҡаһында ирешә лә талашабыҙ. Кейәүең эсеп-нитеп йөрөгән кеше лә түгел, шулай ҙа аҡса ҡайҙа китәлер, суртым белһен…

– Һәр бер етешмәгәнеңде ауыл буйлап кешегә һөйөнсөләп йөрөгәндән ни фәтеүә. Әлләсе, етәме-етмәйме, белгән дә күргән дә юҡ. Малдан айырмаһын! Буралай һыйырҙарым барында ас та булмаҫбыҙ, аҡсаһыҙ ҙа ултырмаҫбыҙ…

– Эйе шул, һыйырҙарың һәйбәт бит һинең, минеке ни кәзә менән бер инде – ни һөтө лә, ни ите. Мына бит, ашъяулығыңдан һап-һары майың, туҫтаҡ-туҫтаҡ ҡаймағың өҙөлмәй, һатып та кинәнәһең… – татлы телләнә-телләнә Зәмзәмиә Розаның ҡаршыһынан урындыҡ ситенә ҡунаҡланы. – Кисәнән алда беҙгә күрше Ишбулат ауылынан Факиһа апай килгәйне, көнө буйы ултырып, ике-өс самауырҙы йығып, кискә табан ғына ҡайтып китте. Ауылдағы барлыҡ таныш ҡатындарға күстәнәскә сәй алып килгән, бөгөн шуларҙы таратып йөрөйөм әле. Үҙең генә бирһәңсе, тигәйнем, маң юламай, ингән бер өйҙә сәйләп йөрөһәм, көнөм түгел, аҙнам да етмәҫ, ти. Мына, һиңә лә бирергә ҡушты. Сәйе сәй генәме уның, райондағы ҡыҙы һатыусы бит, шул алып биргәндер инде – иң һәйбәте…

Роза Зәмзәмиәнең ҡулынан алған һинд сәйен әйләндереп ҡараны ла, һораулы күҙҙәрен ҡатынға төбәне:

– Зәмзәмиә, сәйҙең ҡабы асылған түгелме? – ул-былға иҫе китмәгән Розаның күңелен кинәт шик алды.

– Аһ-аһ… уй, мау баш, үҙемә тип асҡан ҡапты тотоп сыҡҡан да киткәнмен дәбаһа… Бер генә һалып эскәйнек, апай, насар уйлап ҡуйма… Булмаһа, ҡана, бир кире, алмаштырып алып килермен.

– Ҡабы асылғанмы, юҡмы – эсендә шул уҡ бер сәйҙер инде. Ҡуй, бушҡа ваҡланмайыҡ… Күстәнәс сәйен эсеп алайыҡ әле икәүләшеп, бәлки, Флүрә бикәс тә килеп етер, – Роза шул һүҙҙәр менән, Зәмзәмиә килтергән сәй ҡабын асып, аҡ сәйнүгенә бер ус сәй һалды һәм самауырынан ҡайнар һыу борҙо. “Тиген сәй булһа ярай ҙа ул, Факиһаның ниндәй уй менән күстәнәс ебәреп ятыуын кем белә? Зәмзәмиәһе лә инде… – эсенән генә шулайыраҡ фекер йөрөттө үҙе. – Һаҡланғанды – һаҡлармын, тигән, мин дә мәүешләнмәйем әле…” Роза ишеткәндәренән сығып, сынаяҡ аҫтына сәйнүктән бер аҙ сәй ағыҙҙы ла, эргәһендәге мейес ауыҙына һирпте – сихырлы ризыҡтың башын ташлап-түкһәң, сихыры ҡайта, тиҙәр бит. Унан башлап Зәмзәмиәгә сәй яһаны, әйҙә, зыйтлыҡ уйлап йөрөһә, шойҡаны үҙенә булһын, йәнәһе. Үҙе күҙ ҡырыйы менән генә ҡунағын күҙәтә: Һөтлө сәй яһалған сынаяҡты Зәмзәмиә нисектер төҫө ҡасып, теләр-теләмәҫ кенә ҡулына алды ла, бал ҡалағы менән болғаған кеше булып, бер ҡалаҡ сәйҙе ашъяулыҡҡа түгеп ебәрҙе.

– Уй, ҡонарһыҙ, күрәләтә сәйемде түгеп ултырамсы, – Зәмзәмиә үҙ ҡылығынан үҙе оялғандай, самауыр төбөндәге сепрәкте ынтыла һалып алып, ашъяулыҡ өҫтөн диҡҡәт менән һөртә башланы.

– Албары улайтмағаныңды, ни ҡыланыуың, Зәмзәмиә? Әллә нишләп ҡулың ҡалтыранасы, сырхап тораһыңмы әллә?

– Юҡ-юҡ, апай, зиһенем таралып торасы бер ҙә юҡтан, әллә кейәүең менән әйтешкәнде йөкләмәнем инде… – Зәмзәмиә, ҡалаҡ осона ғына элеп, алдындағы вареньены ауыҙына оҙатты ла, сынаяғына шикле ҡараштарын төбәп, тынып ҡалды.

– Нишләп сәйгә ынтылмайһың? Барынса ашап-эсеп ултыр, сит кешелә түгелһең дә инде, – Роза саҡырылмай килгән ҡунағынан кинәнеп үсен алырға булды. – Ингәндә телең-телгә йоҡмай ине, нимәгә шымтайҙың? Эс, сәйең һыуына ла баһа, ҡаймаҡҡа үрел, майикмәкте кисә кис кенә әлдексәгә бешереп алғайным, ауыҙ ит…

Зәмзәмиәнең ҡалтырана-ҡалтырана ғына сынаяҡҡа үрелеп, көслөк менән сәй һемереүен байҡап, өҫтәп ҡуйҙы :

– Аш эйәһе менән татлы, тиҙәр бит, үҙең килтергән сәй – рәхәтләнеп эс. Беҙҙең түбән яҡтың ҡоҙоғоноң һыуы тәмле ул…

– Кисә артыҡ күп эсеп ташлағанмын әллә, бөгөн сәйгә күңел барыңҡырамай шул.

– Кисәгеһе кисәлә ҡалған, Факый сихырлап киттеме әллә үҙеңде? Һине танымайым, Зәмзәмиә? – Роза, уңайы сығыуға эсенән һөйөнөп, кинәнеп үс алды. – Шундай юҡ-бар

менән булырға ярата, тиҙәр бит уны… Шөкөр, Әнүәрем менән типтерһәләр ҙә сихыры миңә батманы Факыйҙың – ғүмер буйы шул һуҡа башы ҡартайҙы инде, кеше йәре йәр була тиме ни, ара-тирә ихалай ҡороуҙан үтмәй инде… Битһеҙ, ни йөҙө менән күстәнәс ебәргән кеше булып ята икән? Рәхмәт әйт үҙенә: Роза апай үпкәһе йөҙгәнсе эсте сәйеңде, тигән, башын үҙем ауыҙ итттем, тип тә өҫтә… Нишаналар…

Артыҡлап ташлауынан ҡурҡып, Роза аласыҡ соланына сығып әйләнде.

– Мә, Зәмзәмиә, Факыйҙың үҙенә лә тапшыр – атайыңдарға бармай тормайһыңдыр бит. Кисә генә бешкән яңы май, – ул һап-һары булып, балҡып торған ҙур бер йомарлам майҙы, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, Зәмзәмиәгә һондо. – Сихыры-михыры юҡ уның, шулай ҙа әйт: Роза апай сәйеңдәге сихырҙы ошо майға күсерҙе, тәләфләһә, гонаһы ауыр була тине, тигән… Бынан түбән, башыңа гонаһ алып, елғыуар бисәләрҙән күстәнәс килтереп йөрөмә!

– Ыста, апай, әрләмәсе әле. Факиһа апай бирҙе, мин килтерҙем инде… Бер ҙә генә насарлыҡ уйламағайным да ул… – унан ҡапыл үҙе лә туҙып алды. – Төртөңгөр, аҡ эттең бәләһе ҡара эткә, берәҙәк Факый арҡаһында ни һанлы оятҡа ҡалдым! Тфү-тфү, сихыры миңә ҡағыла күрмәһен тағы, Аллам үҙе һаҡлаһын! Кисерә күр инде, апай, ошо кеше һүҙенә төшәм дә ҡуям шул… Лә иләһә иллаллаһ…

Матур ғына башланған эшенең ошолай килбәтһеҙ тамамланыуынан оялып, Зәмзәмиә ҡайтмаҡ менән ашыҡты…

* * *

Аҙна-ун көн үткәс, Роза магазинда тап булышты Зәмзәмиә менән.

– Барып сығайым тием дә, ҡул тигеҙә алмай тик йөрөйөм, апай. Теге юлғы ҡылығым өсөн ғәфү итә күр инде, Факыйҙың ҡотҡоһона төштөм бит, ҡара башыма булып, – унан иламһырап алды. – Сихыр тигәндәре дөрөҫтөр ул – һеҙҙән ҡайтҡандан алып кейәүең менән тыныша алмайбыҙ… Факыйҙың әмәле миңә булды ла ҡуйҙы инде әллә… Апай, һин ысын ҡайтара беләһеңме әллә сихырҙы? Белһәң, ярҙам ғына итә күр инде, буш итмәм!

– Китсе, һаман шуны уйлап йөрөйһөңмө ни? Ғәзиз кейәү бына тигән кеше, ҡәҙерен белеп кенә йәшә! Ә сихыр ни ышанғанға бар, ышанмаған кешегә суртым да булмай ул. Кискә сәйгә кейәү менән бергәләшеп килегеҙ, ағайың да өйҙә, һөйләшеп ултырырбыҙ.

– Уй, апай, барырбыҙ, Алла бирһә… Кейәүеңә белгертеп кенә ҡуйма инде түлкә, һуңғы арала былай ҙа тиктомалдан яна ла китә.

– Инереңдән алда сығырыңды уйла, Зәмзәмиә. Бүтәнсә кеше этлеге һөйрәп, башҡаларҙың тупһаһын аша атлайһы булма. Бар йомошоң миндә, беҙҙең араны боҙоп, кемде отаһың?

– Апай, ғәфү ит инде. Башҡаса ул Факыйҙы тупһама ла баҫтырмайым, оятһыҙҙы… Ә майыңды алып барып бирҙем иртәгәһенә үк. Тәүҙә белгертмәгән булып ултырғайным, эй

һораша, эшем эйәһе, шунан, нисек булды? Сәйҙе эстеме, йәнәһе. Түҙмәнем, һин әйткәнсә, үпкәһе йөҙгәнсә эсте, әжеренә һиңә лә күстәнәс ебәрҙе, ашамай ташлаһа, асылмаҫ ҡара томанға төшөр, тине, тинем дә майҙы өҫтәленә һалдым. Ер булғыр, бисура, илап ебәргән булды хатта. Аҙаҡ, күпме тырышһам да араларын боҙа алманым шуларҙың, ире лә ир – бисәһенең һүҙенән сыға алмай, тисе, күҙен дә йоммай, ҡарт ишәк…

– Ныу, шәп иткәнһең, Зәмзәмиә! – Роза шатлығынан көлөп ебәрҙе хатта. – Үҙ бәтлеге үҙенә – көйһөн-янһын әле үҙе лә. Хоҙай бирмәгәнде, кеше ире менән ирле булыр китәме икән ни, Факый!

– Әйтмә лә генә инде, гонаһ шомлоғо…

Ике ҡатын был юлы күрше ауыл Факиһаның ҡолағын байтаҡ сыңлатты. Ә нәҡ шул мәлдә ул үҙе, еңгәһенә серен һөйләп, түгелеп-түгелеп илай ине.

– Бәхет кенәң бер булмағас, булмай икән ул. Әҙме кеше һүҙенә ҡалдым, башҡаларҙан әҙме тиргәлдем? Ике балам ике атанан булғанға мин генә ғәйеплеме ни, еңгәй? Заманы шул ине бит – ирҙәр алтын бәрәбәренә булды…

– Үҙеңде тота белһәң, һин дә ирле булыр инең дә ул, Факиһа. Эйәк атып, күҙ ҡыҫҡан бер иргә баш һалһаң, бөттөң инде…

– Еңгәй, Әнүәрҙең Розаһы Зәмзәмиә аша күстәнәскә бер йомғаҡ май ебәргән. Ашамай ташлаһа, үҙенә үпкәләһен, тип тороп сәләм әйткән ищу. Әмәлләтеп ебәргән сәйемде һиҙгән дә ҡуйған бит, һайыҫҡан. Бигерәк үткер бисә инде…

– Юҡ менән булма, тип күпме тылҡырға була? Роза булып йәшәргә кәрәк әле һиңә! Башҡа берәй ҡатын булһа, күптән сәсеңде бөртөкләр ине, ә ул – ләм-мим, насар һүҙ ҙә ташлағаны юҡ. Әнүәр һиңә ҡарар булһа, балаһыҙ сағыңда уҡ ҡарар ине… Хәҙер нимә, килеп, ғишыҡ-мишыҡ уйнап китергә ярайһың инде, аҡылың булмағас…

Еңгәһенән дә йүнле һүҙ ишетә алмаған Факиһа, өйөнә ҡайтҡас та, сәстәрен туҙғытып, оҙаҡ, бик оҙаҡ күҙ йәштәре менән битен йыуҙы. Үҙен яңғыҙлыҡҡа дусар иткән әсе яҙмышына үпкәләне, шуға сәбәп булған һуғышты ҡәһәрләне. Ваҡытлыса ләззәт өсөн тотош ғүмеренә етерлек тәләкәгә ҡалыуы өсөн әсенде Факиһа. Эйе, һуңғы көнөнә ҡәҙәр ошо ғазап, выждан ғазабы менән йәшәрме икән ни ул?!

Автор:Айбулат Ишназаров
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: