Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылып маскировка селтәрҙәрен үрҙе, өй туҡмастары киҫте, йылы ойоҡбаштар бәйләне. Изге эштең иртәһе-кисе юҡ, тигәндәй, уның йәше һәм милләте лә юҡ. Бында йөрөүселәрҙең күбеһе хаҡлы ялдағылар булһа, арала эшләп йөрөүселәр ҙә бар.
Егеттәребеҙгә посылкалар йыйыуҙа ярҙам иткән ауыл халҡына, Сахай һәм Иҫке Шәрәй мәктәптәре коллективтарына, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләренә һәм был изге эштә ситтә ҡалмаған барыһына ла ҙур рәхмәт.
Яугирҙәребеҙ беҙҙе онотҡандар тип уйламаһындар, беҙҙең уйҙарыбыҙ һәр ваҡыт улар менән бергә, һәр береһен үҙ аяҡтарында тиҙерәк ғаиләләренә ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.
Фия Хисамова.
Сахай ауылы.