Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ноябрь , 21:04

Хеҙмәттән йәм, тормоштан тәм табып

Кешене ғәҙәттә башҡарған эшенә ҡарап баһалайҙар. Үҙ һөнәренең бөтөн нескәлектәрен белгән, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған белгестәр ҙур хөрмәткә лайыҡ. Дамир Рәжәпов нәҡ шундайҙарҙан.

Хеҙмәттән йәм, тормоштан тәм табып
Хеҙмәттән йәм, тормоштан тәм табып
  • Дамир Миҙхәт улы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫә. Район үҙәгендәге 2-се һанлы урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө дәүләт авиация университетында финанстар һәм кредит белгеслеге буйынса белем ала.
    1998 йылда дипломлы белгес Рәсәй Пенсия фондының Ҡырмыҫҡалы ауылындағы филиалында идара итеүҙең автоматик система инженеры вазифаһында эшләй башлай. Үҙ эшен биш бармағы кеүек белгән, тырыш һәм эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарағаны өсөн тиҙ арала коллективта абруй ҡаҙана. Уны етәкселәр ҙә, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә.
    Бында ул буласаҡ тормош иптәше - Миңлегөл Ринат ҡыҙын осрата. Инде уларҙың ғаилә ҡороп, тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоноп атлауҙарына 20 йыл булып киткән. Бөгөн улдары Рияздың уңыштарына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының инженерлык факультетын ҡыҙыд дипломға тамамлап, бөгөнгө көндә М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетында тәржемәсе һөнәрен үҙәлштерә.
    Әлеге ваҡытта Дамир Рәжәпов Рәсәй социаль фондының клиенттар менән эшләү хеҙмәтендә баш белгес-эксперты вазифаһында эшләй. Бында юғары квалификация ғына түгел, кешелеклелек тә талап ителеүен, эшенең йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булыуын яҡшы аңлай. Шуға ла һәр клиентҡа шәхси ҡараш булдырған, кешеләргә социаль яҡлауҙың ҡатмарлы мәсьәләләрен асыҡларға ярҙам итә. Төрлө үтенестәр, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә лә ул һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, һәр береһенә ярҙам күрһәтә.
    Буш ваҡыттарында Дамир Миҙхәт улы спорт менән шөғөлләнә, актив ял менән мауыға. Уның фекеренсә, сәләмәтлек һәм физик форма уңышлы эшләүҙең нигеҙе.
    Хеҙмәттә күрһәткән юғары һөҙөмтәәлре һәм юбилейы уңайынан Дамир Миҙхәт улы Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлегенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
    Эйе, хеҙмәтенән йәм табып, ирешелгән уңыштарыңа ҡыуанып, тормоштан тәм табып йәшәү - оло бәхеттер ул. Киләсәктә лә шундай онотолмаҫ ҡәҙерле минуттар, шатлыҡлы ваҡиғалар ҡабатланып торһон, сәләмәтлектә, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.
    Светлана Карпова.
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: