Йәйге көндәрҙең береһендә эш буйынса Өфөгә барырға тура килде. Йомошобоҙҙо тиҙ арала йомошлап төш етеүгә ҡайтырға ла сыҡтыҡ.
Ағиҙел күперен үтеү менән редакцияла шофер булып эшләүсе Фәнил юл ыңғайында өләсәйҙәренә һуғылып, уны Ишембайға ҡунаҡҡа алып ҡайтырға теләүен әйтте.
Өләсәйен ҡунаҡ итергә ниәтләгән кешегә ҡаршы килеп буламы һуң? Мин: “Бик мәслихәт”, -тип ризалаша һалдым.
Ҡырмыҫҡалы районына етеп, аҙмы-күпме барғас та, оло юлдан боролоп, Фәнил “яҡында ғына ул” тигән ауылға киттек. Ләкин ул бик үк яҡын булып сыҡманы, соҡорло-саҡырлы юлда байтаҡ ҡына һелкенергә тура килде.
Ҙур булмаған ауылда ағастарға күмелеп ултырған ыҡсым ғына йорт алдында туҡтаныҡ. Фәнилдең өләсәһе, ҡаҡса кәүҙәле теремек әбей,ҡаршы сығып алып,шунда уҡ сәй эсергә алып инеп китте.
Уның ҡаймаҡ-ҡоймаҡтары менән һыйланғас, юлға әҙерләнгәнен көтөп баҡсалағы ағас күләгәһендәге эскәмейкәгә сығып ултырҙыҡ.Шунда ҡапҡанан күрер күҙгә утыҙҙарын саҡ тултырған ике ир килеп инде һәм беҙҙе шәйләп ҡалып яныбыҙға ыңғайланылар. “Һаумы” ла “һаумы” тип Фәнил менән ҡосаҡлашып тигәндәй, минең менән ҡул бирешеп күреште былар.
-Йәтеш килеп еткәнһең әле, хәҙер беҙҙең ҡыҙҙарҙы йыуабыҙ, -тип Әсҡәт исемлеһе шунда уҡ кеҫәһенән бер ярты сығарҙы.
-Беҙҙең дуҫтың танауы һиҙгер инде ул – маҡтап ҡына йөрөй, -тине үҙен Кәбир тип таныштырғаны. Ул да көмөшкәһен алдыбыҙҙағы түмәргә ултыртты.
- Ну вы даете, ребята! Сейчас по скольку у вас этих детей? – тине ғәжәпләнә биреп, ауылда тыуып үҫһә лә, ҡалала йәшәп, “урыҫ”ҡа әйләнергә өлгөргән Фәнил.
- Нисәү булһа ла үҙебеҙҙеке. Путин 250 меңәр һум аҡса бирәм тип торғанда ниңә йоҡлап ятырға! Башҡаса килер урын юҡ, -тип яуаплай һалды тегеләрҙең береһе.
Стакандарын да, эскәс ҡабып ҡуя торған нәмәләрен дә Әсҡәт менән Кәбир үҙҙәре менән йөрөткән булып сыҡты. Улар тиҙ генә түмәр өҫтөндә табын ҡороп ебәрә һалды. Фәнил: “За рулем”, тип һалып биргәндәренән баш тартҡас, үпкәләп тә алдылар. Ә мин: “Ҡотлайым!” – тигән булып аҙыраҡ булһа ла эсеп ҡуйҙым.
Фәнил был егеттәрҙең үҙенең балалыҡ дуҫтары булыуын, өләсәйенә ҡунаҡҡа килгән һайын бергә йөрөүҙәрен әйткәйне инде. Ул дуҫтарынан нисек йәшәүҙәрен һорашып алды.
-Эш хөрт инде ул, -тине Кәбир. – Беләһең, элек беҙҙең колхоз миллионер ине. Емереп эшләп, емереп ашаныҡ. Шул колхозды ниндәйҙер байҙар ҡулына тоттороп, “ООО”ға әйләндерҙеләр ҙә, яңы хужалар бар мөлкәтен таратып алып бөттө. Беҙгә тау-тау байлыҡ вәғәҙәләгәндәр үҙҙәре байып, тая һалды.
- Хәҙер “ООО”ға ҡарап “У-у-у!” тип олойһо ғына ҡалды, -тип өҫтәне Әсҡәт.
Улар икеһенә бер иҫке генә “Беларусь” эләктереп ҡалып, шул трактор менән кешегә бәрәңге баҡсаһы һөрөп, бесән сабып ташып, утын-фәлән килтереп көн итеүҙәрен әйтте.
-Әл дә атай-әсәйҙәрҙең пенсияһы килеп тора, аҙыраҡ бала аҡсаһы алған булабыҙ , шуның менән йәшәп ятабыҙ, -тине егеттәр.
Фәнилдең өләсәһе юлға сығырға әҙер булғанда Әсҡәт менән Кәбир бер шешәнең башына етеп, арыу уҡ булып алғайны, хатта бер-ике йыр ҙа һуҙып ташланы. Беҙҙе оҙатҡанда улар ҡат-ҡат дуҫтарын машинаһыҙ ғына ҡунаҡҡа килергә саҡырып ҡалды.
-Они, ведь, не только друзья, соседи, но и бажалар. Конечно, не в прямом смысле, -тине ауылды сығыу менән Фәнил.
“Бажалар” тип икенсе мәғәнәлә уртаҡ ҡатын-ҡыҙҙары булған ир-егеттәргә әйтәләр. Мин һораулы ҡарашымды Фәнилдгә төбәнем.
-Да-да, вот бабушка хорошо знает ихнию историю, -тине “урыҫ” өләсәһенә ымлап.
Юлда килгәндә Фәнилдең өләсәһе миңә “бажалар”ҙың тарихын һөйләне. Инәй йор һүҙле , бик шәп хикәйәтсе булып сыҡты һәм мин унан ишеткәндәрҙе ул һөйләгәнсәрәк яҙырға тырыштым.
Кәбир менән Әсҡәт бер йылда тыуып, ут күршеләр генә булып йәшәп үҫәләр. Ауылда һигеҙ класты тамамлағас та, СПТУ-ла уҡып сығып, колхозда тракторист булып эшләйҙәр. Әрмегә лә бер ваҡытта китеп, бер ваҡытта әйләнеп ҡайталар. Үҙҙәре айырылғыһыҙ дуҫтар булып, бер-береһенән айырылмай көн күрә.
Был ауылда ла башҡаларындағы кеүек бер үк бәлә – ҡыҙҙарға ҡытлыҡ хөкөм һөрә. Улары мәктәпте тамамлай ҙа, ҡалаға тая, ауылда тороп ҡалған бер нисә бөртөгө шунда уҡ кейәүгә сыға һала. Үҙ парын таба алмай яфаланған егет-еләндең кистәре “зәм-зәм һыуы” эсеп, кәрт һуғып, бер-береһенең “саңын ҡағып” үтә.
Әсҡәт менән Кәбирҙең дә тормошо ошо юҫыҡта дауам итә һәм йәштәре 25 йәшкә лә барып етә.
Бер көндө ике дуҫ араһында шундай һөйләшеү була: Кәбир кисен дуҫы янына килә лә: “Атай-әсәй өйлән, тип көнө-төнө ҡолаҡ итен ашай, үҙемде лә буйҙаҡ йөрөү туйҙырҙы – нишләп ҡарарға икән?”- ти. Әсҡәт тә үҙенең шундай уҡ хәлдә булыуын әйтә. Егеттәр тиҙ арала кемгә булһа ла өйләнеп ҡуйырға ҡарар итә. “Миңә райцентрҙағы молокозаводта лаборантка булып эшләгән ҡыҙ оҡшаған һымаҡ та ул. Һөт илткән һайын күрешеп һөйләшеп алабыҙ, әллә тәҡдим яһап ҡарайым микән?”-ти Кәбир. Әсҡәт тә икенсе бер ауылда магазинда һатыу иткән ҡыҙҙың “нисауа ғына” булыуын әйтә һәм уның менән һөйләшеп ҡарарға була.
Инде үҙҙәре лә егерме биштәрен тултырып килгән ҡыҙҙар, һайлана торған ваҡыттары үтеп барғанын һиҙепмелер, егеттәргә ризалыҡтарын бирә.
Ҡыҙыҡ булһын әле тип ике дуҫ никахтарын бер көндө уҡытырға була. Береһе бер ауылға, икенсеһе икенсе ауылға барып, ҡыҙ йортонда никах йолаһын үтәп, кәләштәрен өйҙәренә алып ҡайта егеттәр.
Ул кисте бер-береһе менән күрешергә ваҡыттары булмай Әсҡәт менән Кәбирҙең.
Иртәгеһен Әсҡәт кәләше Зәлифәне ҡултыҡлап килен күрергә Кәбирҙәргә барып инә һәм өҫтәл артында сәй эсеп ултырған дуҫының кәләшен күреп, телһеҙ ҡала.Сәүиәне тәү күреүҙә үк бик ныҡ оҡшатып, шул минутта уҡ ғашиҡ була ла ҡуя. Кәбирҙең дә күрше киленде күреп иҫе-аҡылы китә. “Үәт, эләктергән бит Әсҡәт ҡыҙҙың һылыуын”, -тип уйлай, дуҫынан көнләшеп тә ҡуя, хатта. Шулай ҙа үҙен тиҙ генә ҡулға алып: “Әйҙүк, әйҙүк, үҙебеҙ ҙә килен күрергә, һеҙҙе ҡотларға керергә тора инек әле”, -тип әйтә һала.
Булһа – була бит ул – йәш кәләштәрҙең дә күҙҙәре ирҙәренең дуҫтарына төшә, ләкин улар быны бер нисек тә һиҙҙермәҫкә тырыша.
Тәүҙә Кәбирҙәрҙең туйын үткәрәләр. Әсҡәт унда ап-аҡ кейемдә ултырған Сәүиәнән күҙен алмай ҙа тип әйтерлек. Дуҫынының ҡолағына: “Ну, иптәш, ҡыҙҙың аҫылын эләктерҙең бит әй!”- тип шыбырҙап та ала.
Әсҡәт менән Зәлифәнең туйында инде Кәбир дуҫына ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай.
Туйҙар ҙа, шәрбәт айы ла тиҙ үтеп китә. Тәүҙә пар күгәрсендәй гөрләшеп кенә йәшәп алып киткән йәштәрҙең уйҙары башҡала, күҙҙәре күршелә булғас аҡрынлап аралары һыуына, ыҙғышҡылап та алалар. Атай-әсәй йортонда йәшәгәс, әллә ни оло ғауға ҡуптарып, йоҙроҡҡа уҡ барып етмәйҙәр-етеүен, шулай ҙа эт менән бесәй кеүегерәк көн итәләр. Бигерәк тә йәш ирҙәр эсеп ҡайтһа юҡ-бар сәбәп табып, ҡатындарына бәйләнергә генә тора. “Ҡырын тейәгән” саҡтарында Кәбир менән Әсҡәт “Ниңә ҡатыныңды ҡыйырһытаһың?” –тип бер ике рәт үҙ-ара сәкәләшеп тә ала, хатта. Күрәһең, кеше бисәһе булһа ла, күңелдәрендә йөрөткән кешеләрен нисек тә яҡларға тырышыуҙары булғандыр инде.
Һәр береһе башҡаны яратыуы сәбәп булғандырмы, бүтәнелерме кәләштәр ауырға уҙа алмай. Бында ла йәштәр бер-береһен ғәйепләй. Бала- ғаилә күрке, тотҡаһы бит инде. Ул булмағас бергә йәшәүҙең мәғәнәһе юғала, тормоштоң йәме китә. “Ҡыҫыр” ҡатындар ҙа, “ҡыҫыр” ирҙәр ҙә үҙ зарын бер-береһенә һөйләй. Бер көн Зәлифә түҙмәй Сәүиәгә: “Их, һинең Кәбирең янымда ятһа йыл һайын бер бәпесте тупылдатып ҡына торор инем”,-тип ысҡындыра. Тегенеһе: “Әсҡәтең менән йоҡлаһам, мин дә ауырға уҙыуҙан бушамаҫ инем дә ул”,-тип әйтеп ҡуя. Әммә эш шунан ары уҙмай.
Ә ирҙәр ирҙәрсәрәк ҡылана. Көндәрҙең береһендә “сәмәй” йотоп алған Әсҡәт менән Кәбир араһында шундай һөйләшеү булып ала: кемелер икенсеһенә: “Һин минең туйҙа кәләштең аҫылын эләктергәнһең, тип әйткәйнең бит әле. Әле лә бисәмде оҡшатаһыңмы?”-тип һорай. Тегеһе лә иптәшенә шул уҡ һорауҙы бирә. Һәм ике дуҫ ҡапыл асылып китеп нисек итеп бер-береһенең ҡатынына тәү күреүҙә үк ғашиҡ булғандарын, һаман да яратыуҙарын һөйләп бирә. Ғүмерҙәрҙе заяға үткәрмәйек, алышайыҡ ҡатындарҙы, тигән ҡарарға килә улар һәм шул уҡ кисте икеһе лә бер-береһенең ҡатынын осрашыуға саҡыра. Ошо кисте күңелдәрендә урғылған хистәрҙе, мөхәббәт һүҙҙәре бер-береһенә һөйләй ғашиҡтар һәм иртәгәһенә үк: “Талаҡ” тип ҡысҡырған булып, ҡайтанан никах уҡытып, яңы парҙар бер-береһенең ҡуйынына инә.
-Аҙаҡ загсҡа барып, никахтарын законлаштырып ҡуйҙылар. Килендәр һүҙҙәрендә торҙо – йыл һайын бәпесләп кенә торҙо, әле яңыраҡ өсөнсөләрен тапты, - тине Фәнилдең өләсәһе һәм өҫтәп ҡуйҙы. – Ошо хәл-ваҡиға үҙ
күҙем алдында үтмәһә, башҡалар һөйләгәнгә ышанмаҫ инем, билләһи.Шапыртма, тип кенә ҡуйыр инем, моғайын.
Мөҙәрис Багаев.
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы