Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2024, 05:52

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге отряды – Луганскиҙа

Улар смена менән эшләй. 36 сәғәт поста, аҙаҡ алты сәғәт ял...

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге отряды – ЛуганскиҙаҠатын-ҡыҙҙарҙың тәүге отряды – Луганскиҙа
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге отряды – Луганскиҙа

Улар смена менән эшләй. 36 сәғәт поста, аҙаҡ алты сәғәт ял...

Махсус хәрби операция зонаһында Башҡортостандан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге отряды эш башланы, тип хәбәр итә эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Отряд яугирҙәрҙең ҡатындарынан, әсәләренән һәм апай-һеңлеләренән тора.  

 Әлеге ваҡытта улар Оборона министрлығы госпиталендәге яралыларҙы тәрбиәләй.

“Беҙҙең ете ҡатын-ҡыҙыбыҙ, беҙҙең әхирәттәребеҙ хәҙерге ваҡытта госпиталдә яраланған яугирҙәребеҙ эргәһендә.У лар смена менән эшләй. 36 сәғәт поста, аҙаҡ алты сәғәт ял. Ирекмәндәр Луганск Халыҡ Республикаһында ике аҙна эшләйәсәк, аҙаҡ уларҙы яңы составтағы отряд алмаштырасаҡ. Радий Фәрит улы Хәбировҡа ирекмәндәр отряды төҙөү буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың гражданлыҡ башланғысын яҡлауына рәхмәт әйткем килә. Шулай уҡ йөрәк ҡушыуы буйынса  еңеүҙе яҡынайтҡан ҡәҙерле әхирәттәремә, беҙҙең үтенесебеҙгә битараф булмаған һәр кемгә  рәхмәт”,  – тип белдергән социаль селтәрҙәге битендә  Зөһрә Гордиенко.

 

Фото: https://vk.com/id306580157

Автор:Дина Арсланова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас