Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Ноябрь 2024, 11:12

Селтәр МХО биләмәһенә юллана

Учалы районы музейында "Сәнғәт төнө - 2024" үткәрҙеләр. 

Селтәр МХО биләмәһенә юлланаСелтәр МХО биләмәһенә юллана
Селтәр МХО биләмәһенә юллана

“Сәнғәт төнө-2024” Бөтә Рәсәй музейҙарында үткәрелгән мәҙәни акция сиктәрендә Учалы районының М.Мортазин музейы ла үҙ ишектәрен асты һәм теләүселәрҙең барыһын да сарала ҡатнашырға саҡырҙы. Улар “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Килеүселәр өсөн "Үҙ ҡулдарым менән" күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә урындағы оҫтабикәләрҙең сигеү һәм тегеү буйынса эштәре тәҡдим ителде. Оҫтабикә Гөлсирә Ғарипова "Тамбур йөйҙәре менән сигеү" оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Сарала ул ҡулдан сигеүҙең боронғо төрө булыуы, бик ябай башҡарылыуы, бармаҡ, энә һәм төҫлө ептәрҙең булыуы хаҡында һөйләне. Туҡымаларҙың теләгәнен – етен йәки кизе-мамыҡ, ебәк, бәрхәт, буҫтауҙы ҡулланырға мөмкин ине. Шулай уҡ ул үҙенең эштәрен күрһәтте һәм тамбур йөйөн дөрөҫ сигергә өйрәтте.

Маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса "Үҙ ҡулдарың менән" патриотик акцияһы М.Мортазин музейында “Сәнғәт төнө-2024” акцияһының төп ваҡиға булды. Килгән һәр кем маскировка селтәре үреүҙә ҡатнаша һәм уның ниндәй мәшәҡәтле эш икәнлеген аңлай алды. Кисәлә бер селтәр үрелгән, ул махсус хәрби операция зонаһына тапшырыла.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Учалы районы хакимиәте.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортсотан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас