Батырҙарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәткә китте. Ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе яҡындары, дуҫтары оҙатып ҡалды.
Мәҡәләмдең геройы, әлеге ваҡытта Украинала алғы һыҙыҡта һалдат булараҡ үҙенең ил алдындағы бурысын үтәгән батыр, “Тайфун” ҡушаматлы яугир ҙә яҡындары янында көс туплап, йәнә яу яланына юлланды.
Яугир тыумышы менән Учалы районының Иманғол ауылынан. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Учалы ҡасабаһында урынлашҡан 98-се һөнәрселек училищеһында ике йыл белем алып, тракторсы-машинист, иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алғас, “Коммунар” колхозында тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай. Колхоз тарҡалғас, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында электр-газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Биш йыл эшләгәндән һуң армияға алына. Өфөнөң 29-сы махсус тәғәйенләнешендәге отрядында бер йыл хеҙмәт итә. Ил алдындағы хәрби хеҙмәт бурысын тултырып ҡайтҡас, Силәбе өлкәһендә урынлашҡан “Чебачье” шахтаһына электр-газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлаша.
“Тайфун” һөйгән йәрен Ҡырмыҫҡалы районынан таба һәм ҡатынының ауылы Константиновкаға күсеп килә. Тормош иптәше менән матур, татыу ғаилә ҡороп, өс малай тәрбиәләп үҫтерәләр. “Уңыш” йәмғиәтенең алыштырғыһыҙ тракторсыһы була. 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, етди ҡарарға килеп, үҙ теләге менән контракт буйынса хеҙмәткә алына. Унда ир апрель айынан июлгә тиклем була. Артабан ул өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, сентябрҙә ҡулына саҡырыу ҡағыҙы ала. Ләкин күп балалы атайҙарҙы өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан азат итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, уны кире өйөнә ҡайтаралар. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡалған яугирҙәре өсөн борсола, уларға мөмкинлек булған һайын шылтыратып хәлдәрен белешә. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, тағы ла “Уңыш” йәмғиәтендә сәмләнеп эшкә тотона. Ләкин ағымдағы йылдың март айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған иптәшенең “Тайфун” позывнойын үҙенә ала.
- Бер күреп ҡайтҡас, мин унда кәрәгерәкмен, тип уйлайым,- ти яугир.
Әлеге көндә мобилизацияла булған егеттәре менән бергә 428-се штурмлаусы полкта разведчик булып хеҙмәт итә. Донецк Халыҡ Республикаһының Константиновка ауылы янында Украинала төпләнгән нацистарға, дошмандарға, уларҙың баштан аяҡ ҡоралланған хәрби кѳстәренә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай кѳрәшә улар.
- Хәлдәр төрлөсә була. Махсус хәрби операция зонаһында беҙҙең егеттәр – ысын геройҙар. Улар илебеҙ өсөн генә түгел, һәр беребеҙ өсөн көрәшә. Һуғыш уйын түгел. Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ.
Буш ваҡыттар килеп сыҡһа, сәй ҡайнатып эсеп алабыҙ, күңелле мәлдәрҙе иҫкә алабыҙ, бергәләшеп эш эшләйбеҙ. Яҡындар менән телефон аша элемтәгә сығабыҙ, сөнки йыш ҡына шылтыратып булмай. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам даими килеп тора. Бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙәре өсөн яҡташтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,- ти яугир.
“Тайфун” барлыҡ ватандаштарыбыҙ кеүек донъяның тыныс, ил күгенең аяҙ булыуын теләй. Беҙ ҙә уға ҡушылып иң изге теләктәребеҙҙе генә юллайбыҙ.
Республика халҡы махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөһә, бер тапҡыр 505 мең һум аҡса аласаҡ. РФ Оборона министрлығы түләүҙәре (400 мең һум) һәм райондан (100 мең һум) контракт төҙөгәндә түләүҙәр 1 миллион һумға артты.
Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килергә мөмкин.
Фирүзә
РӘХМӘТУЛЛИНА.