Даирә
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноябрь 2024, 10:17

Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә

“Лимур” ҡушаматлы яҡташыбыҙ үҙ ихтыяры менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итергә китә.

Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә
Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә

“Лимур” ҡушаматлы яҡташыбыҙ үҙ ихтыяры менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итергә китә. Бөгөнгө көндә ул барлыҡ яҡташтар, ватандаштар кеүек үк махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ тыныслығы һағында тора.
“Лимур” тыумышы менән Шайморатов ауылынан. 2002 йылдың 28 майында күп балалы ғаиләлә донъяға ауаз һала. Ишле ғаиләлә дүрт малай – патриотик рухта тәрбиәләнгән буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар үҫә. Малайҙар тыныс, итәғәтле, тәртипле, бөхтә бала булып буй еткерәләр. Йәш егет урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө урман-техник хужалығы техникумына уҡырға инә. Унда йыл ярым уҡығандан һуң, 2020 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп, Ленинград өлкәһе Луга ҡалаһында хеҙмәт итә башлай. Үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсан, яуаплы һалдат тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлана. Һалдат Луга ҡалаһының юридик институтына ситтән тороп уҡырға инә. Ләкин унда ике ай ғына уҡырға өлгөрөп ҡала, Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән илебеҙ һағына баҫа. Аллаһ бирһә, киләсәктә уҡыуын дауам итергә ниәтләй.
Халыҡты Киев режимының аяуһыҙ геноцидынан һаҡлау һәм ҡан ҡойошто туҡтатыу маҡсатында егеттең хәрби часы махсус хәрби операция зонаһына ебәрелә. Бер аҙ хәрби күнекмәләр үткәндән һуң, унда ул разведка ротаһында сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә башлай. Хәрби ғәскәр төрлө нөктәләрҙә аяуһыҙ һөжүм алып бара. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәләр ҙә егеттәребеҙ һынатмай. “Лимур” хеҙмәттә күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн “Георгий Жуков”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн” һәм “Александр Суворов” миҙалдары менән билдәләнә.
- Уға Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүе бик оҡшай ине. Беҙ махсус хәрби операция башланыуы тураһында күршеләрҙән генә ишетеп белдек. Улыбыҙҙың хәрби операцияға эләгеүен дә һуң ғына ишеттек. Ул беҙгә өндәшмәне. Тәүҙә ышанманыҡ, бик борсолдоҡ, әммә ләкин һуңынан бының менән күнектек. Улым ут эсендә йөрөгәс, йөрәккә ауыр инде... Ярты йыл үткәс кенә ике аҙналыҡ ялға ҡайтты. Хеҙмәте тураһында артығын һөйләп бармай. Ул шулай бәләкәйҙән аҙ һүҙле, тыныс булды. Ялға ҡайт­ҡанында ла тик беҙҙең эргәлә булды. Улыбыҙ бәләкәй саҡтан музыка менән мауығып, гитарала уйнарға яратты. Өйҙә булғанда гел генә гитараһын ҡулынан төшөрмәй, - ти яугирҙең әсәһе.
Нисек әсә йөрәге борсолмаһын инде. Өлкән улдары, ағымдағы йылдың март айында “Татарин” ҡушаматын алып, бер туған ҡустыһы артынан махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ҡот осҡос афәткә ҡаршы көрәшмәү мөмкин түгел, ти улар. Әсә кеше улдарының еңеү менән ҡайтыу­ҙарын өмөтләнеп көтә.
“Татарин” ҡушаматлы яҡ­ташыбыҙ хәрби хеҙмәткә киткәнсе өйләнгән. Өфө тирмән комбинатында “КамАЗ” машинаһы водителе булып эшләй. Махсус хәрби операция зонаһында ла тәүҙә водитель була, бөгөнгө көндә артиллерист-танкист булып хеҙмәт итә. Тиҙҙән яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтасаҡ. Тик бына туғаны менән осрашып-күрешә алмайҙар. Отпускыла булған “Лимур” ошо арала йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланды.
Яуҙағыларҙың һәр береһенең иҫән-имен ҡайтыуын һәм донъялар тынысланыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Республика халҡы махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөһә, бер тапҡыр 505 мең һум аҡса аласаҡ. РФ Оборона министрлығы түләүҙәре (400 мең һум) һәм райондан (100 мең һум) контракт төҙөгәндә түләүҙәр 1 миллион һумға артты.
Контракт хеҙмәтенә бәйле һорау­ҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: