Ибраһим ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә көршәк эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Көршәк эшләү серҙәренә Иҫке Муса ауылы егете Илдус Мөхәмәтйәров өйрәтте. Һәр береһенә күңел һәм ҡул йылыһы һалынып эшләнгән матур һауыт-һабанан күргәҙмә лә ойошторғайны.
Оҫталыҡ дәресенә ауыл халҡы, балалар йыйылды. Улар оҫтаға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарын бирҙе. Илдус Рафаэль улы махсус ҡоролмаһында балсыҡтан төрлө формалағы һауыт-һаба тыуҙырҙы. Уның нисек эшләнеү барышы тураһында бәйән итте.
- Көршәк яһау өсөн төп материал булып балсыҡ тора. Көршәк эшләү өсөн махсус балсыҡ һатып алына. Мин ике төҫтәге балсыҡ – ҡыҙыл һәм аҡ балсыҡ ҡулланам. Әҙер балсыҡты станокка ҡуйып, ҡул менән кәрәкле формаға килтерәбеҙ. Ауырлыҡты күтәрә алыр өсөн һәр һауыттың аҫты ҡалын булырға тейеш. Шулай уҡ бөгөлгән урындарҙың да ҡалын булыуы мөһим. Һауыт-һаба тигеҙ генә булһын өсөн мин уларҙы бер-ике көндән һуң тағы ла шымартып сығам. Һуңынан балсыҡтан эшләнгән көршәкте утта яндырып, киптерергә ҡуябыҙ. Бөгөн беҙ утта ҡыҙҙырып киптереп кенә алдыҡ. Ә былай бер тәүлек буйына 1100 градуслы мейестә киптерелергә тейеш. Йылы урында ул тиҙерәк кибә. Балсыҡтан эшләнгән һауыт-һаба һыу һеңдермәһен өсөн, уларҙы глазурь менән ҡаплайҙар. Ошо уҡ маҡсатта һөт менән дә яндыралар (молочение), икенсе яндырыу алдынан һыйыр һөтөнә ҡундырып алалар — керамиканы эшкәртеүҙең боронғо ысулы. Бер көршәкте эшләү өсөн өс аҙна тирәһе ваҡыт үтә. Кипкән әйберҙәрҙе глазурь менән ҡаплайбыҙ. Артабан әҙер әйберҙәргә һүрәт төшөрәбеҙ,- ти Илдус.
- Беҙгә бөгөнгө оҫталыҡ дәресе бик оҡшаны, бигерәк тә балсыҡты әүәләп формаға килтереүе һәм утта ҡыҙҙырыуы,- ти бер тауыштан малайҙар.
Онотола барған, ләкин һуңғы ваҡытта күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған балсыҡ әүәләү шөғөлөн үҙ иткән егет. Көршәк яһау – аш-һыу әҙерләү, вазалар, паннолар, ашау һәм шыйыҡ йә бөртөклө матдәләрҙе һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙы яһау һөнәре. Илдус Рафаэль улы был һөнәр менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһына. Өфө сәнғәт мәктәбендә уҡығанда был һөнәргә ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы арта. Сочи ҡалаһындағы “Сириус” белем биреү үҙәгендә көршәксе эше буйынса курстар үтә һәм Өфө ҡалаһындағы “Живая глина” оҫтаханаһында эшләп тәжрибә туплай. Илдус көршәк эшләү һөнәре менән дүртенсе йыл шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә ул Өфөләге “АРТ-квадрат”та урынлашҡан “Микеланджело” рәсем студияһында эшләй.
- Әлбиттә, станок артына ултырҙың да көршәк йәиһә башҡа әйбер әшләп ҡуйҙың түгел. Ниндәйҙер әйбер эшләү өсөн күпме көс, ваҡыт, тырышлыҡ кәрәк. Бәләкәй саҡтан был шөғөл менән ҡыҙыҡһындым, бик күп китаптар уҡыным, фильмдар ҡараным. Шунан һуң был шөғөлгә ныҡлап тотондом. Бөгөнгө көндә үҙемдең оҫтаханам да бар. Минең оҫтаханама килеп, балсыҡ әүәләргә өйрәнеүселәр ҙә бар. Мин уларға тәүҙә эш нескәлектәрен аңлатам. Теләгән һәр кемгә махсус балсыҡ, әүәләү һәм буяу өсөн ҡорамалдар ҙа бирәм,- ти ул.
Әйткәндәй, көршәк эшләү оҫтаханаһы проекты республиканың Гранттар фонды ярҙамында барлыҡҡа килгән. Көршәк эшләргә теләгегеҙ булһа, Иҫке Муса ауылы клубында урынлашҡан оҫтаханаға килеп, ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та шөғөл менән булыша алаһығыҙ. Һеҙ унда оҫта ярҙамында үҙ ҡулдарығыҙ менән төрлө формалағы әйберҙәр эшләргә өйрәнә алаһығыҙ. Дәрестәр айына бер тапҡыр үтә. Рәхим итегеҙ!
- Беҙҙең ауыл быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу теләген белдерҙе. Конкурста ҡатнашыу ауыл өсөн ҙур байрам ғына түгел, ҙур һынау ҙа булып тора. Конкурс сиктәрендә төрлө саралар ойошторола. Халыҡ әүҙем ҡатнаша. Мәҙәни йолаларҙы һаҡлауға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән маҡсат менән Иҫке Муса ауылынан Илдус Мөхәмәтйәровты саҡырҙыҡ. Ул ауыл халҡына көршәк эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, - ти Ибраһим ауылы клубы мөдире Рита Камалова.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.