Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Октябрь , 12:20

Балалар өсөн доға ҡылайыҡ

Ислам динендә балаларға бағышлап доға ҡылыу ҙа бар.

Балалар өсөн доға ҡылайыҡ
Балалар өсөн доға ҡылайыҡ

Ислам динендә балаларға бағышлап доға ҡылыу ҙа бар.

Ислам динендә балаларға бағышлап доға ҡылыу ҙа бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм, үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, шулай доға ҡылған:

«Әғуҙү бикәлимәәтилләәһит тәәммәти мин күлли шәйтаанин һәммәһ, үә мин күлли гәйнин ләәммәһ».
Тәржемәһе: «Алланың камил һүҙҙәре менән барлыҡ зарар килтереүселәр һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Алла, Үҙеңә һыйынам».
Балаларға Күҙ тейгәндә «Фатиха», «Ихлас», «Аятел Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыйҙар. Шулай уҡ «Аятел Көрси»ҙе уҡып, түбәндәге доғаны ла бағышлайҙар: «Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин».
Мәғәнәһе: «Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны төрлө күңелһеҙ хәлдән, бәлә-ҡазанан, яман уйлы кешеләрҙән, шайтан зарарынан һаҡла. Ярҙамыңдан ташлама. Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип ит!»
Фото: телеграм
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: