Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Октябрь , 09:54

Саҡрымдар һанап елә шофер

Рәсәйҙә октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Водитель һөнәрен техниканы яратыусылар ғына һайлайҙыр ул. Шундайҙарҙың береһе Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе водителе Рөстәм Баймөхәмәтов.

Саҡрымдар һанап елә шофер
Саҡрымдар һанап елә шофер

Рәсәйҙә октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Водитель һөнәрен техниканы яратыусылар ғына һайлайҙыр ул. Шундайҙарҙың береһе Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе водителе Рөстәм Баймөхәмәтов. Абдулла ауылында тыуған Рөстәм Баймөхәмәтов алты балалы ишле ғаиләлә донъяға килә. Ата-әсәһе ғүмерҙәрен колхоз эшенә бағышлай. Атаһы комбайнсы ла була, һуңынан төрлө эштәрҙә эшләй. Әсәһе фермала һыйырҙар һауа, баҫыуҙа сөгөлдөр эшләй. Балалары ата-әсәһенә оҡшап эшһөйәр булып үҫәләр.
Рөстәм Иҫке Бәпес ауылына йөрөп уҡып, 11-се класты тамамлай. Мәктәптә төп предметтарҙан тыш, өлкән кластарҙа водитель һөнәренә уҡыталар, шунда таныҡлыҡ алып сыға. Водитель белеме – артабан яҙмышын бәйләгән һөнәргә этәргес була, уны ғүмере буйы оҙата килә. Бәләкәйҙән эшһөйәр, алсаҡ, ярҙамсыл Рөстәм бер эштән дә ҡурҡмай, башланғыс кластарҙан уҡ үҙенә “техника ене” ҡағыла. Етенсе кластан баҫыуҙа уңыш йыйыу барышында комбайнсы ярҙамсыһы була. Егет ата-әсәһе янынан алыҫ китергә ашыҡмай. Мәктәпте тамамлағас та Карл Маркс исемендәге колхозда механизатор булып эш башлай. Бәләкәйҙән техника янында өйөрөлгән егеткә хужалыҡ етәкселеге техниканы ышанып тапшыра. Колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағы. Ул ДТ-75 тракторында колхоздың яҙлы-көҙлө төрлө эштәрендә эшләй, игенде урып йыйыу барышында комбайнда баҫыуҙарҙы иңләй.
1992 йылда тыуған ил алдындағы бурысын үтәү өсөн армия сафына алына. Өфө эргәһендә һаҡ зонаһында йыл ярым хеҙмәт итә. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайт­ҡас оҙаҡ йылдар колхозда эшләй. “Тимер ат”ын йүгәнләп тыуған колхозында тир түгә.
Колхоз тарҡалғандан һуң эш эҙләп Өфө тарафтарына юллана. Ҡалаға йөрөп төҙөлөш тармағында эшләй. Хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында ҡала өсөн күп мөһим объекттар һалыуҙа, шул иҫәптән социаль объекттар төҙөүҙә ҡатнаша. Рөстәм Мөхәмәт улы ҡайҙа ғына йөрөһә лә үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай.
2022 йылдың март айында Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһенә водитель булып эшкә урынлаша, унда бөгөнгө көнгә тиклем эшләй. Хужалыҡ етәксеһе уның эшенән ҡәнәғәт, тик яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә ала. Эшен теүәл, аныҡ башҡара. Техника хужаһы машинаһын ҡарап, торошон һәм таҙалығын күҙәтеп тора, тәрбиәләп кенә тота, һөнәренең нескәлектәрен төплө белә. Ваҡытында алмаш частар алынып, техник хеҙмәтләндереү үткәрә. Миҙгелдең ҡайһы ғына мәле булмаһын, Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе водителе таң атыу менән аяҡ өҫтөндә. Ул “тимер ат”ын эшкә сығырға әҙерләй. Уныһы ла һынатмай хужаһын, алыҫ араларҙы яҡын итеп урап алып ҡайта. Фәлән сәғәттә район үҙәгендә кәңәшмә уҙа, шунда етәксене алып барып еткерергә кәрәк уға. Өфө ҡалаһына ла бик йыш йөрөргә тура килә. Водителдең эше алһыҙ-ялһыҙ, һөнәр иғтибарлыҡты талап иткән ауыр һәм яуаплы. Рөстәм Мөхәмәт улы эшенең яуаплы икәнен аңлап, тырышып эшләй.
Эйе, күңел һалып эшләгән эшең булыуы, ғаиләңдә һине аңлап, һәр яҡлап терәк булып тороусы тормош юлдашың булыуы – дәртләнеп эшләр өсөн көс тә, дәрт тә бирә.
Рөстәм Мөхәмәт улы Иҫке Бәпес ауылы һылыуы Динә Әсҡәт ҡыҙы менән 1994 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Динә Әсҡәт ҡыҙы тормош иптәшен хәйерле юлдар теләп эшкә оҙата, тәмле, йылы аштары менән ҡаршы ала.Баймөхәмәтовтар матур донъя көтә, тормош­тары ла үҙ яйына бара. Йорт-ҡураны төҙөк итеп тотоу ир ҡулында булһа, тормош иптәше йорт-ихатаһын гөл-сәскәләр менән биҙәй. Уңған ғаилә ҡура тултырып эре мал көтә, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшлесә-емешен үҫтерә.
Рөстәм Мөхәмәт улына эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған шоферға имен юлдар, һәр саҡ “йәшел ут” янып торһон!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: