Сауаплы эш башҡарыусы эшҡыуарҙар әйтеүенсә, беҙҙең халыҡ матбуғат аша район тормошо, көнүҙәк проблемалар, яҡташтарыбыҙҙың уңыштары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш. Әйткәндәй, асыҡ, ихлас һәм изге күңелле Латиповтар акцияға ҡушылырға тәҡдим итеү менән бер һүҙһеҙ риза булдылар.
Илнур Фарзат улы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән. Байтаҡ йылдар шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Транспорт хеҙмәттәрен күрһәтә, манипулятор, экскаватор-тейәгес машиналарын арендаға бирә, һуйырташ, ҡом, цемент һата. Хәйриә эштәрендә, иғәнәсәлек ярҙамын күрһәтеүҙә лә ситтә ҡалмай.
Кәләше Екатерина Сергеевна маникюр һәм педикюр буйынса бик оҫта мастер. Район ҡатын-ҡыҙҙарының тырнаҡтарының матур булыуында уның фантазияһының һәм хеҙмәт өлөшө ҙур. Башҡалар ял иткәндә лә уға эшләргә тура килә, сөнки кешеләр эштән һуң йә ялдарҙа ғына матурлыҡ хаҡында хәстәрлек күреүсән.
Ике бик матур һәм аҡыллы ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Уларҙың мәктәп тормошонда, спорт ярыштарында, төрлө конкурстарҙа актив ҡатнашалар. Ҡыҫҡаһы, бар яҡлап та булдыра улар.
Әйткәндәй, “Изге яҙылыу” акцияһына теләгән һәр кем ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәһенә, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләндәргә “Даирә”, “Кармаскалинская новь” һәм “Үзән” гәзиттәренә подписка бүләк итә ала.
Әйҙәгеҙ, яҡташтар, изге эшкә әүҙем ҡушылайыҡ!
Гөлсәсәк Аласова.