Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь , 09:39

Үс итеп кейәүгә сығып...

Шәүрә был аҙымы өсөн үкенеп бөтә алмай

Үс итеп кейәүгә сығып...
Үс итеп кейәүгә сығып...

Шәүрә был аҙымы өсөн үкенеп бөтә алмай

Шәүрә менән Әсмә – бер туғандар, аралары ике генә йәш. Шуға уларҙың балалыҡ осоро ла , мәктәп йылдары ла бергә үтте.

Бала саҡтың һөйләрлек ваҡиғалары күп. Өләсәйҙәре шул уҡ ауылдан булғас, ололар тәрбиәһен дә һеңдереп үҫтеләр. Мәктәптән ҡайтышлай уҡ тура уға барып, тәмле аштары, ҡоймаҡтары менән һыйлана торғайнылар. “Эй, һеҙҙең кейәүгә сыҡҡанығыҙҙы күрмәм инде, ҡартайҙым” тиһә, ҡыҙҙар өләсәйҙәрен үҙҙәренсә йыуатты. Һәр ваҡыт уйлар-уйламаҫ һөйләгән Әсмә бер ваҡыт:

–Өләсәй, һин туйыбыҙҙы күрһен өсөн мин мәктәпте бөткәс тә кейәүгә сығам, –  тип ебәрҙе.

-Юҡ, балам. Апай кеше алданыраҡ сығырға тейеш. Шәүрә апайыңдан алда ҡабаланма! – тип иҫкәрткәйне лә.

7-8 йәштә балалыҡ менән әйтелгән һүҙҙәр онотолдо. Мәктәптән һуң Шәүрә медицина институтына Өфөгә, Әсмә яҡындараҡ уҡыйһы килеп, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына инде.

Икеһенең дә дуҫлашып йөрөгән егеттәре бер ауылдан, механизаторҙар. Шәүрә үҙенең класташы Байрас менән дуҫлашты, Әсмәнең егете үҙенән биш йәшкә өлкәнерәк , ул армиянан ҡайтҡан Илдарҙы үҙ итте. Шәүрә алыҫта уҡығас, ялға йыш ҡайта алмай,  Байрас армияға киткәс, ауылға юлы тағы ла һирәгәйҙе. Ә Әсмә ялы эләккән һайын тыуған ауылына ыңғайланы.

Һис ҡасан айырылмаҫ, һүҙгә килешмәҫ апай менән һеңленең аралары ҡапыл һыуынды. Практика мәлендә оҙаҡ ҡына ауылына ҡайта алмаған Шәүрә бер көндө урамда класташы Рәүиләне осратты.

-Шәүрә, яңыраҡ ауылға ҡайтҡанда Әсмәнең егете Илдарҙы күргәйнем, тиҙҙән өйләнешәбеҙ , тип хәбәр һалды.Әллә  Әсмә һинән алда кейәүгә сығырға уйлаймы ул ? – тине ғәжәпләнеп.

–Белмәйем, ундай һүҙҙе беренсегә һинән ишетеп торам, – тине лә  юлын дауам итергә ашыҡты.

Был хәбәрҙән һуң ҡыҙҙың  күңеле тынғы тапманы. Түҙмәй, бер ялда ауылына ҡайтып китте.

–Һеңлеңде йәйгә кейәүгә бирәбеҙ инде. Һоратып килделәр.Ярты йыл тирәһе ваҡыт бар әҙерләнергә. Ҡыҙ кешене тиҙерәк башлы-күҙле итеү хәйерле, –тине әсәһе әллә ни иҫе китмәй генә.

–Әсәй, һуң унан алда мин бар бит әле, ҡайҙа шул тиклем ҡабалана?

– Һәр кемдең үҙенең никах ваҡыты . Ярай, һин дә сығырһың,  ниңә улай күңелеңә ауыр алаһың, – тип әсәһе бәләкәй ҡыҙын яҡлашты.

–Һине көтә башлаһаң, оҙаҡ. Байрасың ҡасан армиянан ҡайта ла, ҡасан һиңә тәҡдим яһай. Әллә яһай, әллә юҡ. Ә миңә Илдар балдаҡтар ҙа алып ҡуйҙы. Һине көтөп ултыра алмайым инде, –тип һүҙгә ҡушылды һеңлеһе лә.

Был һүҙҙәргә Шәүрәнең хәтере ҡалды, йөрәге әрнене. Ул егет ҡарамаҫлыҡ ҡыҙ түгел бит. Институтта ла артынан ҡалмай йөрөгәндәр бар, бары тик Шәүрә генә армиялағы егетенә тоғро.

Кәйефһеҙ генә китте Шәүрә ауылынан. Әсәһенең дә, Әсмәнең дә һүҙҙәре намыҫына тейгәйне. Дөйөм ятаҡҡа ла бойоҡ ҡына барып инде. Иртәгә бүлмәләш әхирәте Гөлсөмдөң тыуған көнө. Ҡасандан бирле дәртләнеп әҙерләнә, ҡунаҡтар ҙа саҡырып ҡуйған. Байрамын боҙоп ҡуймайым, тип кәйефе юҡлығын күрһәтмәҫкә тырышты Шәүрә.

Ул көндө әхирәтенә ярҙам итәм тип, практикаһынан да иртәрәк ҡайтып өҫтәл әҙерләшергә тотондо. Гөлсөмдөң ауыл ужалығы институтында уҡып йөрөгән ағаһы Булат барыһынан да иртәрәк килеп инде. Күптәндән бәйләнеп йөрөй ул Шәүрәгә, хатта егете барлығына ла иғтибар итмәй. Һүҙгә оҫта, баянда матур уйнаған дәртле был егет тирәһендә уралған ҡыҙҙар ҙа аҙ түгел.

Шәүрәнең матур итеп өҫтәлде биҙәп йөрөүен күреп Булат:

-Аш-һыуға бигерәк оҫтаһың инде. Минең шундай кәләшем булһа, нисек бәхетле булыр инем . Әллә миңә сығаһың да ҡуяһыңмы?- тине уйынлы-ысынлы.

-Сығам, тип әйтһәм нишләрһең һуң? – тине Шәүрә лә бирешергә теләмәне.

Шулай итеп, шаярыу ҡатыш һүҙҙәр аша араларында бәйләнеш ептәре  барлыҡҡа килде. Үҙенә йылы ҡараш тойған Булат өҙмәне лә ҡуйманы, туғанына киләм ,тигән һылтау менән был бүлмәгә эҙен һыуытманы.

Әсмәгә ҡарата ҙур үпкәһе булған Шәүрә бер көн килеп Булаттың тәҡдименә риза булды һәм  8 март байрамына егетте  өйөнә таныштырырға алып ҡайтып та китте.

– Таныш булығыҙ. Был –  Булат, мин ошо егеткә кейәүгә сығам. Туйыбыҙ Әсмәнекенән алданыраҡ буласаҡ. 1 Май байрамында уҡ  үткәрәбеҙ, – тине ҡәтғи итеп.

Шул ваҡыт күңелендә һеңлеһенән үс алыуҙан татлы ҡәнәғәтлек тойғоһо барлыҡҡа килде.  

Бына шулай итеп бер -бер арты тормошҡа сыҡты Шәүрә менән менән Әсмә.

Ләкин донъя Шәүрәгә кейәүгә үс итеп сығырға ярамағанлығын бик тиҙ төшөндөрҙө. Ҡарап тороуға шаян, дәртле Булаттың йәшәй-йәшәй ҡаты бәғерле , һаран кеше булыуы асыҡланды. Әллә нисәмә йыл бергә йәшәп, тыуған көнөнә бер гөлләмә сәскә, бер йүнле бүләк алып бирә белмәне. Үҙенең эш хаҡын да ғаиләһенә йәлләп кенә бүлде. Аҙыҡ-түлеккә тип аҡса бирһә лә , нимәгә сарыф иткәнен һорап  йонсотто. Көнсөлөгө лә килеп сыҡты, шуның арҡаһында ҡулын күтәрергә лә ҡыйынһынманы. Һаран булыуы арҡаһында бер йүнләп ҡунаҡҡа йөрөмәнеләр, хатта баланың да берәүҙән күберәк булыуын  теләмәне ире. “Нимәгә хәйерселекте үрсетергә?” тигән яуабы булды уның.

Һеңлеһе Әсмәнең  тормошо киреһенсә уңды. Өрмәгән ергә ултыртманы уны ире. Теләгенән кейҙе, теләгәнен ашаны. Биш бала табып, бәхетенә һөйөнөп бөтә алманы.

Бәхетһеҙ тормошо өсөн, һеңлеһе түгел, ә үҙе ғәйепле булыуын аңлай Шәүрә. Ләкин йылға ағымын бороп булмағандай, тормошто ла ҡабаттан башлап булмай. Ә йәшлек һөйгәне Байрасты быйыл һабантуйҙа осратты. Ҡыҙын етәкләп уйын майҙансыҡтары яғына китеп барғанда, ҡаршыһына бәләкәй улын күтәреп килеп сыҡты ул. Шәүрә тиҙерәк кеше араһына инеп юғалырға теләһә лә, өлгөрмәне, юлын Байрас быуҙы.

–Шәүрә, уйламаған аҙымың менән мине лә, үҙеңде лә бәхетһеҙ иттең. Хәҙер бала хаҡына тип йәшәйбеҙ инде, –тине әрнеүле ҡарап.

Былай ҙа көнсөл иренә ҡатынының башҡа берәү менән  һөйләшеп тороуын күреү етә ҡалды, ҡайтҡас Шәүрәгә йәнә ҡаты ғына эләкте.

Ҡатын өсөн йәшәүенең ҡыҙығы ла ҡалманы хәҙер. Сығып китер ине барыр ере юҡ, ире ҡайҙан булһа ла табып көн күрһәтмәҫ һымаҡ. Балаһын үҙе генә аяҡҡа баҫтыра алырмы, тигән икеләнеү ҙә тейешле ҡарар ҡабул итергә ҡамасаулай.

Һеңлеһенә үс  итеп, үҙенең тормошон боҙоуына ваҡыт үткән һайын нығыраҡ әсенә Шәүрә. Ғаилә ҡорғанда алданыраҡ тип түгел, ә яратҡан кешеңә сығыу мөһимлеген тормош уға ҡат-ҡат аңлатты.

Ф.Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: