Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь , 16:36

Йүтәлдән һәм һыуыҡ тейеүҙән

Өй шарттарында нисек дауаланырға һуң? 

Йүтәлдән һәм һыуыҡ тейеүҙән
Йүтәлдән һәм һыуыҡ тейеүҙән

Көҙгө һыуыҡтар башланды. Ошо миҙгелдә һалҡын тейҙереп ауырыу хәүефе арта, вируслы инфекциялар ҙа һағалап ҡына тора.  Ғәҙәттә иң беренсе тамаҡ ауырта башлай, унан йүтәлгә күсә. Өй шарттарында нисек дауаланырға һуң?

Түбәндә бер нисә   рецепт тәҡдим итмәксебеҙ. Һынап ҡарағыҙ әле, файҙаһы теймәй ҡалмаҫ.

1.Йүтәлдән бәлзәм

500 г әстерхан сәтләүеге онтағы, 300 г бал, 100 г алоэ һуты һәм 40 лимон һутын ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда балаларға – берәр балғалаҡ, ололарға – берәр ҙур ҡалаҡ эсергә. Йүтәлдән, бронхиттан ярҙамы тейә.

  1. Баланлы сәй

Шәкәр  ҡушып иҙелгән баланға ҡайнар һыу өҫтәгеҙ. Был эсемлектең һалҡын тейеүҙән, йүтәлдән, тауыш бөтөүҙән файҙаһы ҙур.

  1. Ҡоро йүтәл йонсотҡанда

 ¼ стакан аҡ майға бер йомортҡа һарыһы һәм бер аҙ шәкәр  ҡушып бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы  көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ  ҡабығыҙ.

  1. Йүтәлдән һәм тауыш бөтөүҙән

Ярты стакан йөҙөмдө бер стакан һыуҙа бешерергә һәм бер ҡалаҡ башлы һуған һуты ҡушып, бутарға. Ошо төнәтмәне төнгөлөккә йә булмаһа көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда 1/3 стакан эсергә. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: