Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь , 22:44

Ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсыһы ине

Батыр, бәһлеүәндәй көслө, ғәҙел һәм тыныс. Бер ваҡытта ла бер кемде лә ҡыйырһытмаҫ һәм рәнйетмәҫ, яҡындары, дуҫтары бәләгә тарыған саҡта тәүгеләрҙән булып ярҙамға барып етер ысын ир-егет. Ауылдашым, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фәһим Яратов хаҡында ошондай матур иҫтәлектәр ҡалды.

Ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсыһы ине
Ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсыһы ине

Махсус хәрби операция геройы Фәһим Яратов Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылында урындағы колхоздың фиҙакәр эшселәре, ферма мөдире Кәрим Ғималетдин улының һәм һауынсы Шәфиғә Ишбулды ҡыҙының ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ул бәләкәйҙән йорт-ҡура эше менән сынығып үҫә. Мәктәптә яҡшы уҡый, спорт менән шө­ғөлләнә, волейбол, гер күтәреү буйынса зона, район ярыштарында, йыл һайын «Йәгеҙ әле, егеттәр!» турнирҙарында еңеү яулай. Баймаҡ районының Кәрешкә мәктәбендә егет спорт йәһәтенән сыныға, ә БДАУ-ҙың Сибай филиалында ул оло тормошҡа аяҡ баҫа.

2022 йылда өлөшләтә мобилизация башланып, ил саҡырғанда Фәһим Яратов Сибай элеваторында эшләп йөрөгән урындан, бер ни уйлап тормайынса, яуға юллана. Ярҙамсыллығы, батыр рухы, нин­дәй генә хәл булмаһын, ысын ир-егет булып ҡалыуы тынғы бирмәй уға.

Хәрби  повестка алыуҙың икенсе көнөнә үк Ҡазанға хәрби әҙерлек урынына ебәрелә. Быға тиклем Рәсәй Ҡораллы көстәрендә әрме һынауын үткән тәжрибәле һалдат булараҡ, үҙенең кесе яҡташтарына иғтибарлы була, кәңәштәрен бирә, бирешмәҫкә өндәй. Махсус хәрби операция зонаһына 428-се мото­уҡсылар полкы составында пулеметсы вазифаһында юллана.

– Фәһим миңә яҡын дуҫ, хатта ағай кеүек ине. Ноябрь аҙағында алғы һыҙыҡҡа үттек. Тәүге мәлдә бер ни ҙә белмәйбеҙ, өйрәнәбеҙ. Фәһим ағай бысранып бөткән, арыған, ике ҙур ағасты һөйрәп китеп бара, мин уға ял итергә тәҡдим иттем. Юҡ, йәшәге килә бит, тине лә артабан үҙенең позицияһына юлланды. Уның шул һүҙҙәре күңелдә уйылып ҡалған, – тип хәтерләй хеҙмәттәшен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Сибай бейеүсеһе Данир Хәмзин.

Алғы һыҙыҡта Фәһим Яратов оҫта ҡуллы һалдат булып таныла. Ауыл эше менән сынығып үҫкән егет йәһәт кенә блиндаж ҡороп ултырта, бензобысҡы йә башҡа техниканы үҙе йүнәтә, һалдат­тарҙың көнкүрешен ойоштора.

– Ул бер ваҡытта ла зарланманы, нимәлер һорап, таптырып та йөрөмәне. Окопта йә позицияла икәүҙән-икәү ҡалғанда асыҡтан-асыҡ һөйләшә инек. Тыныс тор­мошҡа ҡайтҡас, ғаиләләр менән дуҫ булырға, аралашырға хыял иттек. Беҙҙең ротала күп егет  менән туғандарса мөнәсәбәт булды, бер-беребеҙгә, ағай, ҡусты, тип өндәшә инек, – ти «Хәмзә».

Ауылдашым ҙур хыялдар һәм өмөттәр менән йәшәй, үҙенең ҡыҫҡа ялдарында киләсәккә ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырырға өлгөрә. Бер отпускыға ҡайтҡанында Сибай ҡалаһынан матур ҙур йорт һатып ала, ата-әсәһенә лә терәк булырға тырыша.  

Яугир Луганск өлкәһендә беренсе штурмда уҡ яралана, янбашына мина ярсығы үтеп инә. Яраһы уңалмаҫ элек госпиталдән сығып, тылда ху­жалыҡ эштәре менән булыша, хәрбиҙәргә ярҙамлаша. Үҙенең хеҙмәтен һәр саҡ күтәренке рухта, батырҙарса алып бара. Был уның янындағы егеттәргә ышаныс өҫтәй, көс бирә. Фәһим Кәрим улы яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби часть командирының бо­йороғо менән 428-се мотоуҡсылар полкының һәм Рәсәй Оборона министрлығының II дәрәжә «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ була.

«Бер ваҡытта ла ҡурҡып ҡал­маны...» Хеҙмәттәштәре уның хаҡында әйткән ғорур ҙа, һиҫ­кәндергес тә һүҙҙәр. Яугир ысынлап та дошмандан ҡурҡмай, окопта боҫоп ҡалмай. Был ғына түгел, хатта башҡа егеттәрҙе лә би­реш­мәҫкә өндәп, алға алып бара. Быйыл йәй «Донбассты азат иткән өсөн» миҙалының тап уға би­релеүен иптәштәре ҡыуанып ҡаршы ала.

Алғы һыҙыҡта награданы ал­ғандан һуң ауылдашым яҡын­дарына фото ебәрә. Унан шундай уйсан күҙҙәр менән баға яугир, ҡараштары тәрән, моңһоу. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, был Фәһим ебәргән һуңғы фото була. Өс көндән һуң яугирҙы яңы заданиеға ебәрәләр. Ул Покровск районының Новоселовка ауылы янындағы бейеклекте иң беренсе булып штурмлай. Үҙенең хеҙмәттәштәрен алға әйҙәп барған өлкән пулеметсы Фәһим Яратов шул урында ба­тырҙарса һәләк була.

Тормош ҡайһы саҡта үтә аяуһыҙ. Донъялыҡта ғәзиз сабыйыңды юғалтыуҙан ҙурыраҡ ҡайғы юҡтыр. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, Яратовтар ғаиләһенә быны икеләтә татырға тура килә. Яҡындарына ҡайғылы хәбәр яугирға 35 йәш тулған көндә барып етә. Батырҙың ғәзиз ата-әсәһе, Альбина һәм Айгөл апай­ҙары, Зилиә һеңлеһе ҡалды. Уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәрхүмдең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны йәннәттә булһын. Тыуған иле өсөн башын һалған яугир даны мәңге онотолмаҫ...

 
Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Сығанаҡ: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: