Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь , 14:23

Рөстәм Нәбиев: "Мин дә бит кеше һәм хаталанам"

Яҡташыбыҙҙы ныҡ үпкәләткәндәр. Миһырбанлыраҡ булайыҡсы...

Рөстәм Нәбиев: "Мин дә бит кеше һәм хаталанам"
Рөстәм Нәбиев: "Мин дә бит кеше һәм хаталанам"

Көслө рухлы, һәр саҡ позитив тулҡында булған Рөстәм Нәбиев бер аҙ күңелһеҙ уйҙарға бирелеп алған.

“Һуңғы һигеҙ йылда мине йыш тәнҡитләнеләр. Мин быны аңламай инем: туғыҙ тапҡыр дөрөҫ эшләйем, уны күрмәнеләр ҙә, маҡтамайҙар ҙа, ә бер тапҡыр яңылышаһың, шунда уҡ тәнҡит утына тоталар һәм һинән көлә башлайҙар. Ни өсөн шулай? Хәҙер минең ниндәй позицияла булыуым мөһим түгел. Хатта лидер булһам да, мин дә бит кеше һәм яңылыша алам.

Мин бер нимәне аңланым: донъя маҡтауға бик аҡрын, ләкин тәнҡиткә тиҙ. Шуға күрә һин ниндәйҙер уңышҡа ирешәһең икән, тәнҡиткә эләгәсәкһең, сөнки кешеләр үҙҙәренән күберәк уңышҡа ирешкән кешеләрҙе тәнҡитләргә ярата”,  - тигән Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ә һеҙ Рөстәм менән килешәһегеҙме?

Фото: Рөстәм Нәбиев

Автор:Карима Усманова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: