Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь , 15:00

Ашнаҡсы – иң тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр

- Үҙ эшемде яратам, бындай һөнәр һайлауыма бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, - ти Ҡырмыҫҡалы ауылының “Урал” кафеһы ашнаҡсыһы Флүрә Баҡыева.

Ашнаҡсы – иң тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр
Ашнаҡсы – иң тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр

Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим һәм ауыр эш.
- Үҙ эшемде яратам, бындай һөнәр һайлауыма бер тапҡыр ҙа үкенмәнем. Эш еңелдән түгел, әлбиттә, эш сәғәтем иртәнге 7-нән башлана. Иртәнге сәғәттәрҙә үк аш-һыу яраштырыу өсөн әҙерлек эштәре башлана. Бешергән аштарым тәмле булһын өсөн бар тырышлығымды һалам, - ти Ҡырмыҫҡалы ауылының “Урал” кафеһы ашнаҡсыһы Флүрә Баҡыева.
Флүрә Баҡыева тыумышы менән Биш­бүләк районының Иттихат ауы­лынан. Урындағы мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ кулинар училищеһына уҡырға инә. Уҡыған осорҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы балалар лагерында практика үтеп, тәжрибә туплай. Ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштергәс, Бөрө быраулау эштәре идаралығының ашханаһына эшкә урынлаша. Бында эшләгән осорҙа Ҡырмыҫҡалы районының Яныбай ауылы егете Әнүәр Баҡыевты осрата. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр, оҙаҡ уйлап тормай, 1981 йылда өйләнешәләр. Шул йылдың март айынан Флүрә Вәсил ҡыҙы район ҡулланыусылар йәмғиәтенең дөйөм туҡланыу бүлегенә ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. 45 йыл эшләү дәүерендә ул 5-се разрядлы тәжрибәле ашнаҡсы квалификацияһына тиклем үрләй. Әлеге көндә хеҙмәт юлын “Урал” кафеһында дауам итә. Бөгөн ашханала ремонт үткәрелеп, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: заманса кухня ҡорамалдары, өҫтәл һәм ултырғыстар алынған. Һауыт-һаба ла әленән-әле яңыртылып торола, шулай уҡ санитария талаптарының теүәл үтәлеүенә иғтибар ҙур бында. Коллективта ашнаҡсы Флүрә Баҡыева менән уның ярҙамсыһы Венера Мөхәмәтйәнова, администратор Альбина Ҡолгилдина хеҙмәт итә. Улар бер-береһен аңлап, ярҙам итеп, берҙәм булып эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта белгестәр йөҙгә яҡын блюдо: гарнирҙар, соустар, салаттар, ҡамыр аҙыҡтары әҙерләй. Тәү ҡарашҡа еңел, рәхәт, йылы ерҙә эшләү анһат ҡына, тигән фекер тыуһа ла, ашнаҡсыларҙың эше беҙ уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ. Өйҙә бешеренгән ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, нимә бар шунан ризыҡ әҙерләү түгел бында. Технологияларҙы ҡулланып, нормаларҙы күҙәтеп, санитар талаптарҙы теүәл үтәп, тейешенсә ассортимент менән тулыландырып, бөтә туҡланыусыларҙы ла туйындырып, риза итеп ҡыуандырып, туҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итеп сығарырға тырышалар улар.
Флүрә Баҡыеваны ауылда ҡамыр оҫтаһы булараҡ та беләләр. Ул бешергән сәк-сәк, бәлештәрҙе яҡындары, туғандары ғына түгел, һәр кем тәмләп ҡарағаны барҙыр, моғайын. Бынан тыш, ниндәй генә ҙур табындар, Ҡөрьән ашы әҙерләү булмаһын, барыһы ла уға мөрәжәғәт итә. Ҡунаҡ саҡырғанда йәки башҡа сараларға заказ менән ҡоймаҡ, бәлеш бешертһәләр, уның сәк-сәктәре, бауырһаҡтары туй һәм юбилей табындарын биҙәй.
Үҙ һөнәренә тоғролоғо, оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була ул. Етәкселек тырыш, булдыҡлы хеҙмәткәрҙе тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Хеҙмәттәштәре араһында абруй, ихтирам ҡаҙанған.
Бар булмышын ашнаҡсы хеҙмәтенә бағышлаған уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, бәхетле ике бала әсәһе лә Флүрә Вәсил ҡыҙы. Ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, аллы-гөллө сәскәләре ихатаһына йәм биреп ултыра. Тормош иптәше Әнүәр Мәғдән улы спирт заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Ул йорт-ҡурала хужабикәгә оло ярҙамсы булып тора. Баҡыевтар улдары Айрат менән ҡыҙҙары Гүзәлгә матур тәрбиә биреп, белем эстәргә ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Улары инде юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Олатай менән өләсәйгә биш ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр. Хәстәрлекле өләсәй балаларын, ейәндәрен телде йоторлоҡ ҡамыр аштары - ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, бауырһаҡ, торт, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай.
Әйткәндәй, йыл һайын 20 октябрҙә ашнаҡсылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көн 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһының башланғысы менән булдырылған. Барлыҡ ашнаҡсыларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: