Һуңғы арала Миләүшәнең һаулығы ныҡ ҡаҡшай, ул һыҙланып, төнө буйы илап йоҡлай алмай икән. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтында яҙылыусыларына һөйләй. Миләүшә Шәйхлисламова әйтеүенсә, уға хәрәкәт итеүе бигерәк ауыр. Табипҡа барыу өсөн ире уға автомобиленең багажнигына урын эшләй. Ҡатынын алып барырыу өсөн унда матрас түшәй һәм Миләүшә юл буйына ятып бара.
Блогер шулай уҡ пландарын һәм эш сәфәрҙәрен кисекмәҫтән туҡтатырға хаҡында белдерҙе.
Шул уҡ ваҡытта ул табиптан ҡасан йүнәлеүен һорай, быға яуап итеп «кемгә нимә, ә сәсһеҙгә сәс» тигән һүҙҙәр яңғырай.
Уның яҙылыусылары
уға билде дауаларға ярҙам иткән табиптарҙың телефондарын ҡалдыра, шулай уҡ тиҙерәк һауығыуын теләй.