Билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, муттар кешене албырғата: "Һеҙ электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын бушлай алмаштырыуға сиратығыҙҙы үткәргәнһегеҙ, хәҙер уларҙы түләүле алмаштырырға тура киләсәк. Әммә беҙ счетчиктарҙы бушлай алмаштырыу хоҡуғын һеҙгә кире ҡайтарырға ярҙам итә алабыҙ. СМС аша килгән кодты ғына әйтегеҙ".
Таныш булмаған кешеләрҙең телефон аша иҫәпләү приборҙарын алмаштырырға һәм бушлай алмаштырыу хоҡуғын кире ҡайтарырға тәҡдим итеүҙәренә ышанырға ярамай.
Шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ! Электр компанияһының телефон номерын күргән хәлдә лә. Сөнки муттар номерҙарҙы алыштырып шылтырата ала.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.