Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2024, 09:06

«Мама в 16» тапшырыуында Өфө ҡыҙы!

Тапшырыуҙы бөгөн "Ю" телеканалында ҡарай алаһығыҙ.

«Мама в 16» тапшырыуында Өфө ҡыҙы!«Мама в 16» тапшырыуында Өфө ҡыҙы!
«Мама в 16» тапшырыуында Өфө ҡыҙы!

Өфөлә йәшәүсе 18 йәшлек Камилла «Мама в 16» популяр телетапшырыуында ҡатнашты. Уны төшөрөү ваҡытында ҡыҙға 17 йәш була.

Камилла архитектура колледжын быйыл тамамланы. Ҡыҙ үз тормошон моделинг менән бәйләргә теләй, сөнки үҙен матур һәм һәләтле тип һанай. Камилланың егетенә 21 йәш һәм, ҡыҙ әйтеүенсә, ул бик көнсөл.

Камилла тураһындағы тапшырыуҙы 9 октябрҙә 19:30 ҙа «Ю» телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас