Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2024, 10:47

Эштәр тиҙ башҡарыла

Башҡортостанда М-12 трассаһының бер өлөшөн йылдам төҙөйҙәр.

Эштәр тиҙ башҡарылаЭштәр тиҙ башҡарыла
Эштәр тиҙ башҡарыла

Ҡазандан Екатеринбургҡа тиклем М-12 “Восток” трассаһын оҙайтыу өсөн кәрәкле дүрт автомобиль юлы участкаһын алдан төҙөүгә һәм реконструкциялауға туғыҙ миллиард һум аҡса бүленгән, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Тейешле бойороҡҡа Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Һүҙ Татарстанда Түбәнге Кама һәм Яр Саллы ҡалаларын урап үтә торған юлдар, Башҡортостанда Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үтә торған юлдар һалыу, шулай уҡ Татарстан биләмәһендәге тағы ла ике юл участкаһын реконструкциялау тураһында бара.

Был быйыл йыл аҙағына тиклем юлдарҙың яңы участкалары буйлап хәрәкәтте яйға һалырға мөмкинлек бирәсәк. Улар М-12 “Көнсығыш” трассаһы менән бергә “Рәсәй” халыҡ-ара транспорт коридорының бер өлөшө буласаҡ.

Эш “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектының “Федераль магистраль селтәрҙе үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә алып барыла.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас