+24 °С
Ямғыр
Соцселтәрҙәргә һалған видеола артист үҙенә бер аҙ һыуыҡ тейгәне һәм тамағы шешкәне тураһында хәбәр итә. Ысынында ул тулыһынса ҡаралырға тип маҡсат ҡуйған икән.
- Мин тулы чек-ап үтергә, бөтә анализдарҙы тапшырырға булдым. Бына мин палатала ултырам, ашаттылар, ЭКГ эшләнеләр. Шулай итеп, йыл һайын тикшереү үтергә, анализдарҙы баштан аяҡҡа тиклем тапшырырға ҡарар иттем. Организмда бер ниндәй ҙә ауырыу булмаһын өсөн барыһын да тикшерәсәкмен, — тип уртаҡлашты артист. Ахырҙа Элвин Грей бөтәһенә лә һаулығын күҙәтергә кәңәш итте. "Был иң мөһиме!"- тип иҫкәртә артист.