Танылған йырсы Илһөйә Бәҙретдинова ижадта, сәхнәлә генә түгел, социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә бик әүҙем. Әле бына ул Һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында тыуған кешеләр тураһында ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты.
“Һыуғоярҙар – иң тормош яратыусан кешеләр”, тигәндәр әле. Бына быныһы факт!
Биллаһи гороскоптарға ышанмайым мин. Юҡ... Яҡшы әйбер яҙһалар, ышанам, насарына – юҡ.
Минең төркөмдә яртыһы – Һыуғояр. Бик күңелле кешеләр. Просто беҙҙе ваҡытында ашатып, йоҡлатып торорға ғына кәрәк.
Бармы бында Һыуғоярҙар? Нормальный бит беҙ, эйеме?” - тип яҙған Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең төркөмөндә.
Эйе, йырсы үҙе лә – Һыуғояр, ул 1981 йылдың 4 февралендә тыуған.
Илһөйәнең “Нормальный бит беҙ, эйеме?” тип һорауында әтнәкә бар, әлбиттә, сөнки йондоҙнамә менән шөғөлләнеүсе күптәр һыуғоярҙарҙы “романтиктар, хыялыйыраҡ заттар” тип ҡылыҡһырлай.
Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Һеҙҙең эргә-тирәгеҙҙәге һыуғоярҙар ниндәй улар?
Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.