Ҡунаҡтарға һәм район халҡына ауыл хужалығы, халыҡ ҡулланыусылар тауарҙары һәм дөйөм туҡланыу продукцияһы тәҡдим ителә.
9.00 сәғәткә тиклем машина менән инергә рөхсәт ителә. Йәрминкә 10.00 сәғәттә башлана.
Изге йома көнө район үҙәгендә баҙар көнө булып иҫәпләнә. Был көндө уңған хужа һәм хужабикәләр төрлө ауылдарҙан килеп, үҙҙәренән артҡан һөт ризыҡтарын, ит, йомортҡа, бал һәм йәшелсә-емештәрен баҙарға килтереп һата. Ҡырмыҫҡалы ауылының Көнкүреш йорто алдында сауҙа нөктәһе лә әүҙем эшләп килә. Урындағы халыҡ өсөн был бик уңайлы. Улар бында үҙ хужалыҡтарында үҫтергән продукцияны халыҡҡа тәҡдим итә. Ауыл хужалығы продукцияларын баҙар көнө генә түгел, аҙнаның һәр көнөндә һатып алыу мөмкинлеге бар.
- Ошондай уңайлы сауҙа урыны өсөн етәкселегебеҙгә ҙур рәхмәт. Был урындар өсөн түләмәйбеҙ. Ғөмүмән, бындай сауҙа урындары булдырылыуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, - тип ҡыуанысын белдерҙе ауыл хужалығы продукцияһын һатыусылар.
Әйткәндәй, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2022 йылдан Башҡортостанда баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтары ойошторола. Прилавкаларҙың башы ябылған, йыһазландырылған. Хәҙер ауыл халҡы үҙе етештергән уңышын рәхәтләнеп һата ала. Һатыусылар өсөн өҫтәмә килем булһа, һатып алыусылар арзан хаҡҡа тәбиғи аҙыҡ-түлек ала аласаҡ.
Бындағы хаҡтар менән дә һеҙҙе таныштырып китмәксебеҙ.
Сөгөлдөр (бер килограмы) – 50 һум
Кишер (кг) – 40 һум
Һарымһаҡ (кг) – 250 һум
Помидор (кг) – 150-200 һум
Ҡабаҡ (кг) – 30 һум
Һуған орлоғо (кг) – 300 һум
Ҡаҙ ите (кг) – 1000 һум
Бройлер ите (кг) – 400 һум
Алма (килограмы) – 100 һум
Еләктең бер стаканы – 150 һум
Ауыл ҡаймағының 0,5 литры – 350 һум
Эремсек (кг) – 150 һум
Ҡатыҡ 1,5 литр шешәлә – 100 һум
Ҡорот (100 гр) – 100 һум
Ауыл майының бер килограмы – 800 һум
Сусҡа майы (сало, кг) – 600 һум
Банкалағы ҡайнатма (0,5 л) – 200-250 һум
Ҡышҡылыҡҡа йәшелсә салаттары (0,5 л) – 200-250 һум
Сәскә, ҡарабойҙай һәм йүкә балдары (0,5 л) – 350 һум, (0,7 л) – 500 һум, (1 л) – 700 һум, ә 3 литрлы банкалағы бал 2 мең һум тора.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.