Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2024, 17:12

Шәп ҡоҙағый һорайым

Әллә хыялға бирелдем, Әллә аҡылым сабый.

Шәп ҡоҙағый һорайымШәп ҡоҙағый һорайым
Шәп ҡоҙағый һорайым

Әллә хыялға бирелдем,

Әллә аҡылым сабый –

Йома таңдан Хоҙайымдан

Һорайым шәп ҡоҙағый.

Бир ҡоҙағыйҙың шундайын:

Ҡоҙа менән парлашып,

Күгәрсендәй матур итеп

Йәшәһендәр йырлашып.

Киленен үҙ ҡыҙы итеп

Ҡаршы ала торғанын,

Киң күңелле, йомарт ҡуллы,

Изгелекле, уңғанын.

Атай тәрбиәһе күреп

Үҫкән булһын улдары,

Ирҙәр эшен эшләгәндә

Уйнап торһон ҡулдары.

Ҡоҙағыйым тигеҙ күреп

Яратһын балаларын,

Үҙ-ара үпкәләшһәләр,

Төҙәтһен араларын.

Арлы-бирле ғәйептәрҙе

Кисерһен артҡа ташлап,

Ейәндәрен дә ҡарашһын,

Минең менән алмашлап.

Эй ултырам хыялланып,

Аллаһыма ялбарып,

Ниндәй ҡоҙағый булырға

Үҙемә өлгө алып.

Фирүзә Абдуллина.

 

 

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Автор:Гөлнара Солтанова

Сығанаҡ: Йәшлек гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас