Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2024, 17:44

"Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын"

Әсәһенең: “Мин күптән һиңә матур тормош ҡына кәрәк икәнен һиҙеп торам!. Улымдың елкәһенә ултырырға йөрөйһөңмө”,-тимәһенме.

"Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын""Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын"
"Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын"

Беҙ егетем менән 3 йыл осрашҡандан һуң, өйләнешергә булдыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ был ваҡиғаны күптән көтә ине. Тик бергә йыйылып туй тураһында һөйләшкәндә, мин бер ниндәй ҙә мәжлес булмаясағын әйттем. Өлкәндәр аптырап ҡалды. Мин: “Беҙҙең йыйып барған аҡсабыҙ бар. Һеҙ туй мәжлесенә тип уйлаған аҡсағыҙҙы ҡушһағыҙ, беҙ сит илгә ял итергә китәбеҙ”,-тинем.

Нимә башланды! Буласаҡ ҡайны-ҡәйнәм миңә нимә тип әйтеп бөтмәне! Туй үткәрмәй беҙ уларҙы оятҡа ҡалдырасаҡбыҙ икән.

Әсәһенең: “Мин күптән һиңә матур тормош ҡына кәрәк икәнен һиҙеп торам!. Улымдың елкәһенә ултырырға йөрөйһөңмө”,-тимәһенме.

Ә мин студент саҡта уҡ эшләп, үҙемде үҙем ҡарап йәшәйем. Ҡыҫҡаһы, барыбыҙ ҙа үҙ-ара талашып бөттөк. Хәҙер егетем менән шулай тип хәл иттек: өндәшмәй генә ЗАГС-ҡа барып яҙылышабыҙ ҙа, ял итергә китәбеҙ ҙә барабыҙ. Ҡәйнәләр үҙҙәре бында туй үткәрһендәр, ҡунаҡ саҡырһындар, һыйлаһындар әйҙә. Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын! Һөйгәнем дә минең менән риза.

Л.

Сығанаҡ: Шоңҡар журналы

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас