Бөгөн Мөкәй ауылында махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Азамат Рәхмәтуллин һәм Фаяз Ҡормашевтар иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын мәңгеләштереү сараһында муниципаль район башлығы урынбаҫары Рәсил Исламов, мәрхүмдең туғандары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ҡунаҡтар, ауылдаштар, яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштерергә һәм ысын ир-егет һәм илдең ысын патриоты тәрбиәләгән ата-әсәләргә хөрмәт белдерҙе: “Улар хаҡында иҫтәлек мәңге йәшәргә тейеш, һәм беҙ ошондай геройҙар өлгөһөндә киләсәк быуынды тәрбиәләргә тейешбеҙ. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ. Һәләк булған һалдаттарға мәңгелек дан!”
Сарала ҡатнашыусылар Азамат Рәхмәтуллин һәм Фаяз Ҡормашевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң таҡтаташҡа сәскәләр һалды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.