Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2024, 16:29

Ул аҡсаһын тотоп ауыл хакимиәтенә килгән...

Малай көсөк һатып, аҡсаһын яугирҙәргә ебәрә

Ул аҡсаһын тотоп ауыл хакимиәтенә килгән...Ул аҡсаһын тотоп ауыл хакимиәтенә килгән...
Ул аҡсаһын тотоп ауыл хакимиәтенә килгән...

Малай көсөк һатып, аҡсаһын яугирҙәргә ебәрә

Нуршат Шәрипов Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы мәктәбендә беренсе класта уҡый. Кемдер көсөк балаларын ташлап киткән була. Малай тағы ике класташы менән шуларға хужа эҙләй. Һәм көсөгөн бер өләсәйгә һатып ебәрә. Ә ҡулына төшкән 100 һумды үҙенә тотонмай, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙамға тапшырырға тип ауыл хакимиәтенә килә.

Өйгә ҡайтҡас, ул ике изге эш эшләүен белдерә. "Нуршат, берәҙәк көсөккә хужа таптым, ә уны һатып алған өләсәй биргән аҡсаны беҙҙең яугирҙәргә ебәрҙем, тип әйтте", - ти малайҙың әсәһе Нурия.

Нуршат тапшырған аҡсаны хакимиәт белгесе, махсус хәрби операция файҙаһына тип, район ирекмәндәре иҫәбенә күсерә. 

Афарин, Нуршат! 

Сығанаҡ: Г. Мостафина.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас