Һәр кешенең тормошонда ғаилә, балалар, өй иң мөһиме булып тора. Ә инде был ғаилә, ата-бабаһы ул-ейәндәренә бер үк һөнәрҙе тапшырып, хеҙмәт династияһы булдырһа, ул яҡшы ғаилә традицияһына әйләнә. Бер күмәкләшеп һөйләшеп ултырғанда шуға иғтибар иттек: нәҫелебеҙҙә бик күп уҡытыусылар бар икән. Уҡытыусы булыуы менән ғорурланған нәҫелебеҙ өсөн был һөнәр – үҙенсәлекле йәшәү рәүеше лә ул. Был ябай һөнәр һайлау ғына түгел, ә эске бер илаһи кисереш тә. Уҡытыусы булыу еңелдәрҙән түгел, шулай ҙа балалары, ейәндәре ошо юлды һайлай һәм өлкәндәр башлап ебәргән данлы хеҙмәт юлынан ғорур атлай.
Атайыбыҙ Рәшит Фазлетдин улы Дәүләтбаев Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, ул ғаиләлә иң олоһо булған. Ун ете йәшендә генә һуғышҡа алынып, унан иҫән-имен йөрөп ҡайта. Әсәйебеҙ Рауза Исмәғил ҡыҙы менән донъя ҡороп, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
«Ете яттар туған түгел,
Үҙ туғаныңдың ҡәҙерен бел,
Үлгәненең ҡәберен бел,
Иҫәненең ҡәҙерен бел».
Был йыр һәр кемгә лә таныш инде. Ысынлап та, хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Туғандарҙың ҡәҙерен беләйек, уларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булайыҡ.
Беҙҙең атайбыҙҙың да бер һеңлеһе һәм ике ҡустыһы булған. Һеңлеһе Шәкүрә апайыбыҙ (ул дүрт тиҫтә йыл һатыусы булып эшләне) еҙнәбеҙ Миңлебай Миңлеғәли улы Вәлиевтар дүрт балаға юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Еҙнәбеҙ 38 йыл ғүмерен балаларға аң-белем, тәрбиә биреүгә арнай. Һөнәренә шул тиклем ғашиҡ һәм балаларында ла был һөнәргә һөйөү тәрбиәләй алған. Балаларының икәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
43 йыл хеҙмәт стажы булған Гөлшат Хамбалова-Вәлиева Ҡабаҡ ауылы мәктәбендә уҡыусыларға һаман да химия серҙәрен аса, практик эшкә өйрәтә.
Районыбыҙҙа Ильяс Вәлиевты белмәгән кеше юҡтыр. Ул 1983 йылдан алып тыуған Бишауыл-Уңғар мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр, уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итә, улар алдында абруй ҡаҙана. Уның тормош иптәше Фәнисә Ибәтулла ҡыҙы ла ошо мәктәптә эшләне. Уларҙың улдары Илфат Вәлиев вазифаһы ошонан ғибәрәт: ул «Компьютер һәм технология» яуаплылығы сикләнгән ойошмала уҡыусыларҙың конкурс эштәрен тикшерә.
Шәкүрә апайыбыҙ менән Миңлебай еҙнәбеҙҙең ейәнсәре Ғәлиә лә уҡытыусы. Ғәлиә Рәил ҡыҙы Вәлиева үҙе уҡыған Бишауыл-Уңғар мәктәбендә алдынғы уҡытыусыларҙың береһе.
Өс бер туған малайҙар Рәшит, Нәжип, Ғаяз тыуған ауылыбыҙ Ибраһимда төпләнеп, матур ғүмер кисерҙеләр.
Нәжип ағайыбыҙ менән Флүрә еңгәбеҙ биш бала үҫтерҙеләр. Уларҙың һәр береһе хәҙер инде үҙ нигеҙҙәрендә, үҙ йорттарында матур донъя көтәләр. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарын күреп йәшәйҙәр. Сәлих Нәжип улының һәм еңгәбеҙ Әлмира Зәкәриә ҡыҙының һөйөклө улдары Илшат Башҡорт дәүләт университетында белем алып, тарих һәм археология менән шөғөлләнә, ә килендәре ошо уҡ уҡыу йортон тамамлаясаҡ. Ә ҡыҙҙары Алина уҡытыусылар династияһын дауам итеп, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетының тарих факультетында уҡый. Буш ваҡытында репетиторлыҡ менән дә шөғөлләнә. Еңгәбеҙ башҡалабыҙ мәктәптәренең береһендә - филолог.
Атайыбыҙҙың иң кесе бер туған ҡустыһы Ғаяз ағайыбыҙ һәм Рәмзиә еңгәбеҙҙең йортонда биш бала үҫте. Ике ҡыҙҙарының бәләкәсе Зәлиә Ғаяз ҡыҙы Вәхитова-Дәүләтбаева Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Шайморатов ауылындағы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙа юҡ инде). Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, уларҙың малайҙары араһынан төпсөк улдары Ғаян махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында командир булып хеҙмәт итә. Беҙ улар өсөн бик борсолабыҙ. Барлыҡ һалдаттарҙың тыуған яҡтарына иҫән һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Был юлдарҙы ла яҙыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Атайыбыҙҙың ике туған һеңлеһе Зәлиә Низаметдин ҡыҙы Бикҡужина (Дәүләтбаева) Үрге Төкөн ауылында төпләнеп, еҙнәбеҙ Фәнил Хәмиҙулла улы менән биш бала үҫтерҙеләр, теләгән һөнәрҙәренә уҡытып сығарҙылар, кеше итеп тәрбиәләргә тырыштылар. Ҡыҙҙары Лүзиә, Нурсилә лә уҡытыусыға уҡығандар.
Тамырҙарыбыҙ тәрәндә һәм йыраҡ-йыраҡта. Ғафури районының Красноусольск ҡасабаһында ла яҡын ғына туғандарыбыҙ ғүмер итә. Улар - Дәүләтбаевтар Рәшит
Ғизетдин улы һәм Факиһа апайыбыҙҙың балалары: Фәнил, Ғәзим, Фәнис, Фәрит. Атайыбыҙ менән ағайыбыҙ туған ғына түгел, ә аҙаштар ҙа, бажалар ҙа. Өлкән улдарының ҡыҙҙары Айгөл, Индира балалар баҡсаһында тәрбиәсе булһалар, еңгәбеҙ Алира Красноусольск ҡасабаһындағы балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡара.
Фәрит Дәүләтбаевтың улы Артур Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
Уҙа ла китә икән ул бала саҡтар, үҫмер ваҡыттар, йәшлек йылдары. Әле генә бер-беребеҙгә йөрөшөп, күңелдәребеҙ булғансы уйнап, сәйҙәр эсеп, эш булһа, бергәләшеп атҡарып йәшәй инек. Хәҙер инде төрлө байрамдарҙа, Ҡөрьән аштарында, туйҙарҙа, тыуған көндәрҙә, өй ҡотлағанда, бәпестәр тыуғанда осрашып торабыҙ.
Яҙмабыҙҙың аҙағында үҙебеҙҙең ғаилә тураһында ла һөйләп үтмәксебеҙ. Атайбыҙ Рәшит Фазлетдин улы һәм әсәйебеҙ Рауза Исмәғил ҡыҙы Дәүләтбаевтар ғаиләһендә биш малай һәм өс ҡыҙ үҫтек.
Сажиҙә апайыбыҙ 10-сы класты Бишауыл-Уңғар мәктәбендә тамамлаған. Шул уҡ йылда беренсе класс уҡыусыларын уҡыта башлай. Әйткәндәй, ул Гөлшат Вәлиеваның тәүге уҡытыусыһы. Һуңынан апайыбыҙ һатыусылар курсын тамамланы ла утыҙ йылдан ашыу һатыусы булып эшләне. Үҙен йәлләмәй халыҡҡа хеҙмәт итә, уның ихтирамын яулай.
Закир һәм Даян Дәүләтбаевтар ҙа үҙҙәренең хеҙмәт юлдарын мәктәптә башлағайнылар. Һәр кемдең үҙ яҙмышы инде.
Закир ағайыбыҙҙың ҡыҙы Гүзәлиә Хурамшина-Дәүләтбаева Шайморатов мәктәбендә - юғары белемле филолог. Ул рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Диана Даян ҡыҙы Прибельский урта дөйөм белем биреү мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, БДУ-ла уҡып йөрөй. Ул - буласаҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы. Киленебеҙ, еңгәбеҙ Гөлгөнә Байназарова-Дәүләтбаева тыуған ауылы Үтәгән мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләне. Эшләгән осорҙа, үҙен ул бик эрудициялы итеп таныта, үҙ эшен яратып башҡарған талапсан, оҫта ойоштороусы була. Бөгөнгө көндә ул Прибельский ҡасабаһындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Ә хәҙер үҙебеҙ тураһында бер-ике кәлимә һүҙ.
Минең, Рәғиҙә Әхтәмованың, уҡытыусы булып китеүе - үҙе бер ҡыҙыҡлы ваҡиға. Ауылыбыҙ Ибраһимда гармунсылар бихисап. Унда урта мәктәп асылғас, был ваҡытҡа ирем Нәүфил Әхтәмов менән Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Боҙаяҙ балалар йортонда ла эшләп өлгөргәйнем. Музыка дәрестәрен уҡыта башланым. Иҫ киткес һәләтле хеҙмәттәштәрем, береһенән-береһе талантлы балалар менән эшләүе байрам ғына ине. Улар ҡумыҙ сиртәләр, матур йырлайҙар, бейергә лә оҫталар. Еңеүҙәребеҙ ҙә булды.
Мин, Фирүзә Рәшит ҡыҙы Ғирфанова-Дәүләтбаева Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлағас, Шәрипҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта башланым. Юғары белем алыу теләге менән Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға индем. Уҡыусылар физкультура дәрестәрен яратып, көтөп алалар. Айырыуса саф һауала үткәрһәң, күҙҙәре янып, дәртләнеп китәләр. Хеҙмәттәштәрем менән дә, уҡыусылар менән дә мәктәп, район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙан ситтә ҡалманыҡ. Уңыштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Эшемдән, хеҙмәттәштәремдән дә бик уңдым. Коллективта үҙ эшен яҡшы белгән, һөнәренә ғашиҡ кешеләр хеҙмәт итә. Һүҙебеҙҙе Сажиҙә апайыбыҙ яҙған йырҙың ҡушымтаһы менән йомғаҡлап ҡуяйыҡ.
«Туғандарым - минең
ғәзиздәрем,
Барығыҙ ҙа берҙәй ҡәҙерле.
Йәшәйексе яҡты донъяларҙа
Бер-беребеҙҙең белеп ҡәҙерен».
Форсаттан файҙаланып, районыбыҙҙағы барлыҡ уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас күңелебеҙҙән тәбрикләйбеҙ. Изге һәм тынғыһыҙ эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын. Һеҙгә һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ.
Рәғиҙә ДӘҮЛӘТБАЕВА,
Ибраһим ауылы.
Фирүзә ҒИРФАНОВА,
Шәрипҡол ауылы.