Азамат Зияф улына ни бары 27 йәш ине. Ул ошо мәктәптә 3-сө кластан алып 7-се класҡа тиклем белем ала. 11 класты Мөкәй мәктәбендә тамамлай. Уҡытыусылары уны алсаҡ, асыҡ күңелле ярҙамсыл, ихлас егет тип иҫкә алалар.
Мәктәпте тамамлағандан һуң 2015-2016 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә. Артабан Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Тажиҡстан республикаһында хеҙмәт итеүен дауам итә.
Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк Азамат Зияф улы алдынғы һыҙыҡта була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы йылдың 6 апрелендә үҙенең хәрби бурысын үтәп, һәләк була. Азамат ғаилә ҡорорға ла өлгөрмәй ҡала.
Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Азамат Зияф улының атаһы Зияф Заһретдин улына һәм әсәһе Гөлсәсәк Байтимер ҡыҙына бирелде.
Йыйылыусылар геройҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Мемориаль таҡтаташҡа митингыла ҡатнашыусылар тере сәскәләр һалды.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.