“Бөгөнгө көн минең хәтеремдә мәңге ҡаласаҡ”, тип яҙған “Ҡурай” телеканалы директоры, Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рита Өмөтбаева социаль селтәрҙә. Был тулҡынландырғыс һәм моңһоу яҙмаһын автор оптимистик рухта тамамлаған:
“Төштән һуң баймаҡтарҙан хәбәр килеп төштө. Ике яҡташ егетебеҙ хәрби эшелонда СВО ға китеп бара икән. Поезд тимер юл вокзалында, 8-се юлда, тинелар. Тиҙ генә Өфө баймаҡтарының чатына яҙып һалдыҡ. Радмир Ишмуллин, Вәрис Исҡужин менән өсәүләшеп Красин баҙарына йүгерҙек. Мул ғына итеп аҙыҡ-түлек алғандан һуң, иҫләмәйем ниндәй тиҙлектә барғанды, вокзалға килеп еттек. Пакеттарҙы тотоп, юлға сығып та өлгөрмәнек, поезд беҙҙең морон төбөнән тигәндәй ҡуҙғалып китте. Телефонда яҡташым Саматтың тауышы: "Эх, апай, өлгөрмәнегеҙ шул". Уның шундай итеп әйткән һүҙҙәре күңелде өтөп алды.
"Юҡ, хәҙер Дим станцияһына барып ҡыуып етәбеҙ", – тип эргәмдәге егеттәргә ҡарайым. “Эйе”, тип тағы поезд артынан, икенсе юлдан елдерәбеҙ. Үҙем телефондан Самат менән һөйләшәм. "Салауат Юлаев һәйкәле күренде, сәләм бирҙем”, – ти. Мин: “Ярай, иҫән-һау ҡайтҡас, шунда Өфө баймаҡтары үҙегеҙҙе бер бейетербеҙ”, – тим.
Килеп килеп еттек. Йөрәк эй өҙгөләнә. Күҙ алдымда – алыҫ юлда өс тәүлек ыҙалап поезда килгән яҡташ егеттәрем. Шуларға күстәнәстәрҙе тапшырып, аҙ ғына булһа ла күңелдәрен күреү, беҙ бында һеҙгә һәр саҡ көс һәм терәк буласаҡбыҙ, тигән хистәрҙе еткереү ине ниәтебеҙ...
Дим станцияһында ла поезд туҡтаманы... Хәрби бурыстарын үтәгән егеттәребеҙ менән беҙҙе билдәһеҙ аралыҡта поезд тауыштары айырҙы. Тыуған ерен поезд тәҙрәһе аша ғына күҙәтеп барған егеттәрҙе уйлап, күҙемдән йәштәр тәгәрәне. Күңел сәләме итеп алған күстәнәстәрҙе ҡулдан бушатып ырғытҡы килде. Шундай сараһыҙ мәлдәр ҙә була икән. Һуғыш осоронда төшөрөлгән фильмдарҙағы һымаҡ булды: перрон, вокзал, поезд тауышы һәм билдәһеҙлек.
Ләкин һәр осорҙа ла оҙатып ҡалғандар, юлға сыҡҡандар киләсәккә өмөт, ышаныс менән хушлашҡан. Минең баймаҡтарым – Ишбирҙе егете Самат, Сосновка ауылынан Зәбир!!! Беҙ һеҙгә тигән күстәнәстәребеҙҙе бөгөн тапшыра алманыҡ, тыуған ерегеҙҙә ризыҡтарығыҙ һеҙҙе көтә. Имен-һау ҡайтығыҙ! Алла бирһә, ошо егеттәр ҡайтҡас, саҡырып ҡунаҡ итербеҙ, тип теләйек. Самат менән Зәбир яраланып та өлгөргәндәр, әле хәрби күнекмәләрҙән һуң кире Донецк өлкәһенә китеп баралар. Улар өсөн доға ҡылайыҡ. Ошо егеттәрҙе белгәндәр беҙҙән күп сәләм тапшырығыҙ”.
Фото: Рита Өмөтбаеваның сәхифәһенән.