Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь , 23:39

Әсә доғаһы ҡотҡарҙы

Шунда Әнисә әсәһенең доғаларының ни тиклем көслө булыуына, әсә йөрәгенең һиҙгерлегенә ошо фажиғәле хәлдән һуң ныҡлап инанды.

Әсә доғаһы ҡотҡарҙы
Әсә доғаһы ҡотҡарҙы

Шунда Әнисә әсәһенең доғаларының ни тиклем көслө булыуына, әсә йөрәгенең һиҙгерлегенә ошо фажиғәле хәлдән һуң ныҡлап инанды.

Әнисә бала саҡтан өйҙәрендә доға тауышын ишетеп үҫте. Тәүҙә өләсәһе, унан әсәһе дингә килде.  Булғанға шөкөр итеүе, ауырлыҡтарға сабыр итә белеүе лә уларҙың тәрбиәһе.  Кисен йоҡларға ятҡанда  әсәһенең доға уҡып ҡыҙының башынан һыйпап яратыуы ла бала саҡтың ләззәтле бер иҫтәлеге булып күңеленә уйылған.

 Шуға имтиханға барырға булһынмы, йәки оҙон сәфәргә сығырғамы Әнисә һәр ваҡыт әсәһенән доға уҡыта. Шул ваҡытта ул үҙен ышаныслы тоя һәм һәр ваҡыт эше лә ыңғай  килеп сыға.

Әсәһенең доғаларының файҙаһына ғына түгел, ҙур һаҡлау көсөнә лә эйә булыуына күптән түгел булған фажиғәле ваҡиғанан һуң ныҡлы инанды.

Йәйҙең матур бер көнөндә Әнисә бер төркөм дуҫтары менән  сәйәхәткә сығырға йыйынды.  Уларҙың  күбеһе юғары уҡыу йорто студенттары. Йәшлек дәрттәре ташып торған, аҡыллы егеттәр һәм ҡыҙҙар. Бер аҙналыҡ сәфәрҙең һәр бер көнө буйынса план билдәләнеләр, Башҡортостандың иң  матур тәбиғәт ҡомартҡыларын күреү ине уларҙың маҡсаты.

Ауыр имтихандар тапшырғандан һуң Әнисә лә был юлға ихлас  әҙерләнде. Иртәнсәк һәр ваҡыттағыса әсәһенән доғаһын уҡытып, хәйерле юл теләтеп, урамға сыҡты. Өс еңел машинаға  тейәлеп  ҡара таңдан ауылдан сығып киттеләр.  Әнисә ултырған машинаның рулендә Хәлим класташы. Аҡыллы, тәртипле егет. Ул да быйыл өсөнсө курсты тамамланы. Хәлдәрен белешеп барырмын тип Хәлимдең эргәһендә урын алды Әнисә. Барыһының да кәйефе яҡшы, көлөшә-көлөшә юлға ҡуҙғалдылар. Ләкин  күрше ауылға ла барып етмәнеләр, Әнисәнең телефоны шылтыраны. Ят номерҙан ине шылтырытыу.

–Әнисә, был ауылдың фельдшеры Мәҙинә апайың. Яңы юлға сыҡҡаныңды беләм. Ләкин һиңә әйтмәй сара юҡ.  Әле көтөү ҡыуып ҡайтып килгәнендә әсәйең аңһыҙ булып йығылды бит. Ашығыс ярҙам саҡырттым. Әсәйең эргәһендә кеше кәрәк, – тине.

Ҡыҙҙың күҙ алды ҡараңғыланып китте. Бындай хәбәр көтмәгәйне ул. Атаһы  Себерҙә эштә. Әсәһен ҡарар башҡа кеше юҡ.

–Хәлим, туҡтат машинаңды! Әсәйемдең хәле насар. Мин бара алмайым һеҙҙең менән, – тине ҡәтғи ҡарарға килеп.

–Әйҙә ҡабат ауылға илтеп ҡуяйым, – тине Хәлим көтөлмәгән был хәлгә.

–Юҡ, сәфәрегеҙ  бүленмәһен. Кире боролһағыҙ юлығыҙ уңмаҫ, – тип Әнисә рюкзагын алып шәп-шәп ауыл яғына ҡарай юлланды.

Әсәһе ауырыуына бер көйһә, дуҫтары менән сәйәхәткә сыға алмауына ла ҡайғырҙы  Әнисә.

 - Миңә генә нишләп шулай кирегә икән ул барыһы ла. Шул тиклем дә уңмаҫ кеше булғанмын инде, – тип иларҙай булып өйөнә ҡайтып инде.

–Ғәфү ит инде, балам, юлыңды бүлдем. Әллә нишләп төнө буйы тынысһыҙланып йоҡлай алмай, төшөмдә мәрхүм әсәйемде күреп һаташып сыҡтым. Иртүк йөрәгем сәнсеп ауырта ине, юлыңа теймәйем тип һиңә өндәшмәгәйнем. Малды көтөүгә сығарып ҡайтып килгәндә ҡаты итеп йөрәгем ҡыҫып, күҙ алдарым ҡараңғыланды. Өй мәшәҡәттәре һиңә ҡала инде, – тине хәлһеҙ генә.

Ашығыс ярҙам табиптары ҡурҡыныс бер нәмәгә лә оҡшамауын, ләкин тикшерелергә кәрәклеген әйтеп, тиҙ генә әсәһен дауаханаға алып та китте.

Күҙ йәшенә мансылып ултырып ҡалды Әнисә. Исмаһам, атаһы ла тиҙ генә ҡайтырыҡ ерҙә эшләмәй бит.

Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, өйҙәге мәшәҡәттәр менән көн кискә ауышты. Был көн яман хәбәре менән бөтмәгәйне әле. Көтөү ҡаршыларға сыҡҡанда Хәлимдең машинаһының ҙур юлда аварияға осрауы, ундағыларҙың барыһының да һәләк булыуы тураһында ишетеп телһеҙ ҡалды. Ҡаршыға килгән ҙур йөк машинаһының водителе йоҡлап киткәнме, ни өсөндөр ҡаршы һыҙатҡа сығып, йәштәр ултырған машинаға юғары тиҙлектә килеп бәрелгән. Еңел машина эсендәге дүрт кеше лә шунда уҡ йән биргән.

Шунда Әнисә әсәһенең доғаларының ни тиклем көслө булыуына, әсә йөрәгенең һиҙгерлегенә инанды. Әсәһе ауырып юлын бүлмәһә,  Әнисә лә был ваҡытта иҫән булмаҫ ине бит.

Ә бер йылдан Әнисә үҙе лә намаҙға баҫты.

Ф.Рәхмәтуллина фотоһы.  

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: