Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2024, 04:00

Өлкәндәргә хөрмәт йөҙөнән

Мәктәбебеҙҙә Оло йәштәгеләр көнөнә арналған бик матур сара үтте.

Өлкәндәргә хөрмәт йөҙөнәнӨлкәндәргә хөрмәт йөҙөнән
Өлкәндәргә хөрмәт йөҙөнән

Был юлы байрамға мәктәп директоры Рәйлә Ғәйнуллинаның тәҡдиме буйынса мәғариф уҙамандарын ғына түгел, ә ауылдың барса оло йәштәге кешеләрен саҡырҙыҡ. Улар өсөн сәй өҫтәле әҙерләнек, матур концерт күрһәттек, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәрен хеҙмәт уҙамандарына тапшырҙы.

Инәй-апайҙар сәй табыны артында бер аҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, үҙ-ара  рәхәтләнеп аралашып уҡыусыларҙың сығыштарын алҡыштарға күмеп ултырҙы.

Байрамды ойоштороуҙа А.Ф. һәм З.Ф. Ғәйнуллиндар ғаиләһе иғәнәселек ярҙамы күрһәтте. “Киләһе йылда ла ошо залда осрашырға яҙһын”, - тигән теләк менән тамамланды сара.

Рәйлә Мөхәмәтҡолова.

Шәрипҡол ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас