Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2024, 10:52

Исемең матур, кем ҡушҡан...

Районыбыҙҙың ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылдың 3-сө кварталында 99 сабый донъяғакилгән. Уларҙың 52-һе ҡыҙ, 47-һе малай.

Исемең матур, кем ҡушҡан...Исемең матур, кем ҡушҡан...
Исемең матур, кем ҡушҡан...

Был айҙарҙа тыуған балалар араһында ғәҙәти булмаған һәм һирәк осрай торған исемдәргә эйә булыу­сылар ҙа бар. Мәҫәлән, ата-әсәләр ҡыҙҙарына Умма, Мирра, Хадид­жа, Йәсмин, ә малайҙарына Асман, Фәнгиз, Имран тигән үҙенсәлекле исемдәр һайлаған.

Малайҙарҙың Әмир, Ислам, Ай­нур исемдәре һаман да популяр бу­лыуын юғалтмай. Ә ҡыҙҙар араһында иһә, һәр ваҡыттағыса, Арина, Ева, Милана, Мәҙинә исемдәре йыш ҡушыла.

Быйылғы туғыҙ ай эсендә район ЗАГС-ында барлығы 287 сабый тер­кәлгән.

Шуны ла әйтергә кәрәк, ғәҙәт­тә, йәй миҙгелендә никах теркәүҙәр күбәйә. Шулай итеп, 3-сө кварталда районда 59 йәш ғаилә барлыҡҡа кил­гән. Ә йыл башынан алып иҫәпләгән­дә, уларҙың һаны 141-гә етә.

Автор:
Читайте нас