Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2024, 16:46

Балалар пособиеһын арттырырға итәләр

Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн түләүҙең максималь күләме 1,4 тапҡырға арттырырға тәҡдим иттеләр.

Балалар пособиеһын арттырырға итәләр
Балалар пособиеһын арттырырға итәләр

Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн түләүҙең максималь күләме 1,4 тапҡырға арттырырға тәҡдим иттеләр.

2025 йылда баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн түләүҙең максималь күләме, 1,4 тапҡырға артып, айына 69 мең һумға етеүе ихтимал. Документҡа ярашлы, 2025 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме (әсәлек отпускыһы 140 календарь көн булған осраҡта) 794 мең һум тәшкил итергә тейеш.

1 февралдән әсәлек капиталын 7,3% арттырыу планлаштырыла. Әгәр быға тиклем сертификат аҡсаһы тотонолмаһа, икенсе бала өсөн 893 мең һум түләнә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, хөкүмәт Дәүләт думаһына 2025-2027 йылдарға бюджет проектын индерҙе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Фото: Ф. Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: