Балалар баҡсаһы - ул балаларыбыҙ йәшәгән үҙенсәлекле донъя. Был донъяла балалар үҙ үҫешенең иң мөһим осоронда йәшәй. Уның киләсәге генә түгел, тотош илдең киләсәге лә бында нисек йәшәүенә бәйле. Олокүл ауылының “Малышок” балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙең икенсе йортона әйләнһен өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырырға тырыша. Бүлмәләр заманға ярашлы итеп йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы эстән генә түгел, тыштағы уйын майҙансығында ла әкиәт донъяһындағы кеүек. Уйын майҙансығындағы бәүелсәктәрҙе, эскәмйә, ҡомлоҡтарҙы сағыу төҫтәргә буяғандар. Тышта балаларҙы саф һауа, уйнар өсөн уйын майҙансығы көтә.
- Коллективта үҙ эшен, балаларҙы яратҡан, тәжрибәле тәрбиәселәр тупланған. Беҙҙең эшебеҙ тынғыһыҙ һәм яуаплы. Баланың мәктәпкәсә осоро – бик яуаплы, мөһим мәл. Көн һайын сабыйҙарға иғтибар, күңел йылыһы биреп, төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ, - ти Зилара Исхаҡова.
Зилара Рим ҡыҙы Олокүл ауылының “Малышок” балалар баҡсаһында 2018 йылдан эшләй. 2020 йылда уға балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын тәғәйенләйҙәр. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә учреждениеның көнкүрешен һәм тәрбиәүи эш сифатын яҡшыртырға тырыша.
Мөдир һөнәри оҫталыҡтарын даими арттыра, квалификация күтәреү курстары үтә, алдынғы тәжрибәне өйрәнә һәм ҡуллана, етәкселәрҙең, тәрбиәселәрҙең район методик берекмәләре эшендә һәм семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша.
Зилара Исхаҡова мәктәпкәсә белем биреү сифаты мониторингы эксперты булып тора. Эксперт булараҡ 2021 йылда райондың 2 балалар баҡсаһына баһа биргән. 2022 йылда өлкән эксперт итеп тәғәйенләнгән һәм республиканың биш район балалар баҡсалары эшмәкәрлегенә тикшереү үткәргән. 2023 йылда райондың 8 һәм Көйөргәҙе районының 4 балалар баҡсалары эшмәкәрлеген баһалаған.
Зилара Рим ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙана. Уның намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы, әүҙем эшмәкәрлеге юғары баһалана.
“Малышок” балалар баҡсаһы ҡарамағында Олокүл ауылында ике корпус һәм Һәүәләй ауылында урынлашҡан филиал бар. Беренсе корпуста – 9 төркөм, икенсе корпуста – 2 төркөм һәм Һәүәләй филиалында 4 төркөм эшләп килә. Дөйөм коллективта 66 кеше эшләй. Коллективта юғары категориялы, бай тәжрибәле 15 педагог һәм 1-се категориялы 10 педагог эшләй. Тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, музыкаль етәкселәр, шәфҡәт туташтары, ашнаҡсылар, хужалыҡ эштәре мөдирҙәре, кер йыуыусылар, кастеляншалар, ҡарауылсылар - бергә үҙ эшен мөкиббән китеп башҡарған бер нисә быуынды берләштергән татыу ғаилә. Көн һайын балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың тормошон яҡты hәм бай итә, уңышҡа ирешеү һәм абруй яулау өсөн күп тырышлыҡ һала.
- Коллективыбыҙ бик талантлы, календарҙағы байрам даталарына арнап һәм бынан тыш, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғарабыҙ. Әле бына Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә, Көҙгө бал, Әсәйҙәр байрамдарына әҙерләнәбеҙ.
Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Улар менән шәхсән әңгәмәләр үткәрәбеҙ, консультациялар бирәбеҙ, памяткалар әҙерләйбеҙ. Тәрбиәселәр бәләкәстәргә белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә ижади йүнәлештә әүҙем эш алып бара, төрлө яҡлап үҫешә. Балалар менән берлектә Бөтә Рәсәй, республика һәм район кимәлендәге конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшә, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, «Йыл символы-2024» район ижади эштәр конкурсында 1-се төркөм тәрбиәләнеүсеһе Аиша Латипова (етәксеһе – Лилиә Садиҡова) беренсе урын яуланы. “Көҙгө кросс” район спартакиадаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Алмаз Дошанов (етәксеһе – Диана Сабитова) еңеүсе булды. «Рәсәй - минең тыуған ерем» мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн бөтә Рәсәй онлайн викторинаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Ралина Мөлөкова (етәксеһе – Ольга Бозлова) 1-се урын алды,- ти Зилара Рим ҡыҙы.
Балалар баҡсаһы уҡытыусылары үҙҙәренең эшендә инновацион технологияларҙы ҡуллана. Белем биреү процесында проект эшмәкәрлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Быйылғы уҡыу йылында, мәҫәлән, кесе йәштәге беренсе төркөмдә - “Минең уйынсығым”, “Тылсымлы һыу”, өлкән һәм уртансы төркөмдәрҙә - “Балалар баҡсаһында үҙеңде тотоу ҡағиҙәһе”, мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә “Әкиәттә ҡунаҡта”,
“Сәләмәт тормош алып барыу” һәм башҡа бик күп проекттар тормошҡа ашырыла.
- Уҡыу йылында ике педагогия хеҙмәткәре юғары квалификациялы категорияға аттестация, өс педагог төрлө программалар буйынса квалификация күтәреү курстарын үтте. Педагогтар төрлө вебинарҙарҙа, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк, муниципаль кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, Диплом һәм сертификаттар менән билдәләнде. Уҙған йылда педагог Рано Рахматова “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында еңеү яулап, республика кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ә инде Регина Сютина “Йыл уҡытыусыһы-2024” район конкурсында “Асыш” номинацияһында еңеүсе булды. Быйыл яңы уҡыу йылына әҙерлек һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшылар рәтендә булдыҡ һәм балалар баҡсаһы һыуытҡыс менән бүләкләнде,- ти ул.
“Малышок” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре – ысын һөнәрмәндәр. Коллективта үҙ эшен, балаларҙы яратҡан, эш һөйөүсән, ижади ҡарашлы, тәжрибәле, эш өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр тупланған. Балаларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған кешеләрҙең эше ҙур хөрмәт уята. Бындай коллектив менән балалар баҡсаһын уңыштар, ижади еңеүҙәр һәм яңы үрҙәр көтә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.