Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь , 22:22

Ҡайнатылған һыуҙың файҙаһы бармы?

Гел генә ҡайнаған һыу эсеүҙән зыян бармы?

Ҡайнатылған һыуҙың файҙаһы бармы?
Ҡайнатылған һыуҙың файҙаһы бармы?

Һыу организмдың бөтә эшмәкәрлегендә ҡатнаша, уның запасы даими тулыландырылып торорға тейеш. Йыш ҡына беҙ ҡайнатылған һыу, сәй, компотҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәр көн дауамында ябай һыу эсеү файҙалыраҡ тип иҫәпләй. Гел генә ҡайнаған һыу эсеүҙән зыян бармы?

Рәсәйҙә ҡайнатылған һыуҙы “ауыр”, хатта “йәнһеҙ, үле һыу” тип тә атайҙар. Быға улар тормоштан төрлө миҫал килтерә. Мәҫәлән, гөлдәргә бындай һыуҙы һибеү менән улар ҡорой, йәмһеҙ­ләнә башлай. Ә аквариумдағы иң әрһеҙ балыҡтар ҙа һәләк була. Калифорния университеты ға­лим­дары раҫлауынса, ҡайнатыл­ған һыуҙың организм өсөн бер файҙаһы ла юҡ.
Һыуҙағы кислородтың эре молекулалары үҙҙәренә башҡа минераль матдәләрҙе һәм вита­мин­дарҙы “эйәртеү” һәм ҡанға, күҙә­нәк­тәргә бик тиҙ илтеү һәләтенә эйә, шуға күрә табиптар дарыу эскәндә бары ҡайнатылмаған һыуҙы ҡулланырға кәңәш бирә. Температураһы 100 градусҡа еткән һыуҙа кислород юҡ, шуға күрә молекулалар үҙ функцияларын үтәмәй, тип иҫбатлай тикшеренеүселәр.
Һыуҙы ҡайнатыуҙың төп сә­бәбе — ундағы зарарлы, сир та­ратҡан микроорганизмдарҙы юҡҡа сығарыу. Һыу үткәргес аша өйҙәргә килгән һыу таҙартыу ҡо­рол­маларында хлор ярҙа­мында зарарһыҙландырыла, уны ҡай­нат­май эсһәң дә, хәүефе булмая­саҡ. Әммә беҙҙәге һыу үткәргес­тәрҙе файҙаланыуҙың срогы ун йылдан да ашыуын иҫәпкә алһаҡ, иҫке торбаларҙағы микро­орга­низм­дарҙың хайран ҡалырлыҡ күплеген тоҫмалларға була, шуға күрә крандан аҡҡан һыуҙы ҡай­нат­май эсеү хәүефле. Темпера­тураһы 100 градусҡа тиклем етке­релгән һыуҙа йоғошло микро­орга­низмдарҙың ҡалыуы мөмкин түгел, ә ағыулы матдәләр, мәҫә­лән, хлор шунда уҡ таралып, тар­ҡалып бөтә, өҫтәүенә ҡайнат­ҡан­да һыуҙың “ҡатылығы” йомшара, сәй йәки ҡәһүә тәмлерәк була.
Сығанаҡ: Тамаша журналы
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: