Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2024, 15:10

Һалымдан азат ителәләр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына республиканан тәғәйенләнгән ярҙам саралары араһында һалым ташламаһы ла бар.

Һалымдан азат ителәләрҺалымдан азат ителәләр
Һалымдан азат ителәләр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына республиканан тәғәйенләнгән ярҙам саралары араһында һалым ташламаһы ла бар.

Транспорт һалымына 100 процент ташлама автоматик рәүештә иҫәпләнә. Бер транспортҡа (еңел йәки йөк машинаһы, мотоцикл, моторолер һ.б.) ҡулланырға була. МХО-ла ҡатнашыусы йәки уның ғаиләһе – өйләнгән кешенең ҡатыны, өйләнмәгәндең ата-әсәһе һалымдан азат ителә.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Транспорт һалымы тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерҙе. Әлеге ташлама тап шул ҡануниәттә ҡаралған.

Мәғлүмәт: РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр 122, 8 (347)218-19-19 телефондары буйынса, Башбат.рф сайтында белешмә ала ала.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас