“Башта барыһы ла яҡшы ине: күршеләр, бер үк йәш тирәһендәгеләр, бер урамда йорттар һалып, балалар үҫтереп, үҙ-ара татыу ғына аралашып йәшәнек. Әммә йылдар үтеү менән ошо дуҫлыҡтың эҙе лә ҡалмай барған кеүек. Был, әлбиттә, барлыҡ күршеләремә лә ҡағылмай. Берәүһенең генә үҙгәреүе, беҙҙе, ут күршеләрен, һанға һуҡмауы борсолдора. Эш алмағастан башланды: ҡасандыр бәләкәй генә тойолған ағас хәҙер ҙурайҙы, ныҡлап тамыр йәйҙе һәм ҡоймабыҙға килеп терәлде, хатта ботаҡтары эйелеп тора. Артабан күршебеҙ участка сигенән генә терәп мунсаһын яңыртып төҙөп ҡуйҙы...
Бына ошондай хәлдәр кәйефте ҡыра, ә күрше ир был хәлдәрҙе уртаға һалып һөйләшергә һис теләмәй...
Заһир”.
– Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 263-сө статьяһына ярашлы, ер участкаһы милексеһе – хужаһы – үҙ ерендә төрлө бина, ҡоролмалар төҙөй, уларҙы үҙгәртеп ҡора йәки күсерә ала. Әммә был осраҡта барлыҡ төҙөлөш нормалары, ҡағиҙәләре һәм ер участкаһының маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса талаптар үтәлергә тейеш.
Тағы шуныһы бар: баҡса йорто һалғанда, уны ҡойма менән уратып алғанда күршеләр татыу йәшәһен өсөн закондарҙа яҙылмаған, йәғни кешелеклелек ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге хаҡында оноторға ярамай. Бынан тыш, баҡса (дача) участкалары биләмәһендә төҙөлөш объекттарын һалғанда, санитария-көнкүреш талаптарына ярашлы, бер ер участкаһынан икенсеһенә тиклемге арауыҡ сиктәре түбәндәгесә булырға тейеш:
Күрше алмағасы һеҙҙең яҡҡа эйелеп торорға тейеш түгел. Тимәк, был ел-дауыл булғанда ҡоймаға ҡағылып-һуғылып тора, тигән һүҙ. Өҫтәүенә, күршеләрегеҙҙең ике участка сигендә ағас-ҡыуаҡтар ултыртыуы ла бер ниндәй ҡалыптарға һыймай. Шулай итеп, күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә, барлыҡ закон-ҡағиҙә талаптары һәммәһе өсөн ҡабул ителгән һәм уларҙың үтәлеүе мотлаҡ.
Ф.Рәхмәтуллина фотоһы.