Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь 2024, 09:48

Саламай бешергәнегеҙ бармы?

Был онотола барған ризыҡты Рәхилә апай әҙерләргә өйрәтә. 

Саламай бешергәнегеҙ бармы?Саламай бешергәнегеҙ бармы?
Саламай бешергәнегеҙ бармы?

Был онотола барған ризыҡты Рәхилә апай әҙерләргә өйрәтә. 

Халҡыбыҙҙың ризыҡтары күп төрлө. Уларҙың ҡайһылары онотола башлаған. Ҡурған өлкәһендә тыуып-үҫеп, бөгөн Шишмә районында йәшәгән 68 йәшлек Рәхилә Ғилемйәнова “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын саламай бешерергә өйрәтте.

– Беҙ бала саҡтан саламай ашап үҫтек. Ҡурған башҡорттарының борондан яратып ашаған ҡәҙерле ашы ул. Күмер самауыры ҡайнап сығып та өлгөрмәй, 6-7 минутта саламай бешеп сыға. 

Бының өсөн бер литр ауыл ҡаймағын ҡайнатаһың, ҡайнап сыҡҡас самалап тоҙ, шунан он һалып болғатаһың. Яҡынса  2-3 минут болғап торғас, шуға бер ауыл йомортҡаһы һытаһың. Тиҙ-тиҙ генә бутап, йәнә берәй минут бешерәһең. Майы айырылып сыҡҡас, бәләкәй дуршлагҡа һары майын ағыҙам.

Саламай – бик туҡлыҡлы. Күп ашап булмай, ҡалаҡлап ҡына ашайҙар. Мин был ризыҡты йыш бешерәм. Ҡунаҡтар килһә, уларҙы ла һыйлайым, - тип һөйләне бала саҡтан яратып ашаған ризығы тураһында Рәхилә апай.

Фото: Рәхилә Ғилемйәнованыҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас