Юл фәжиғәһендә ҡаза күргән егетте, ашығыс ярҙам машинаһы, ел тиҙлегендә яҡындағы дауаханаға килтереп еткерҙе. Кисектермәй, ауырыуҙың ҡан баҫымын үлсәп, яһалма тын алдыртыу һәм йөрәк тибешенең ритмын фиксировать итә торған аппаратҡа тоташтырҙылар. Йөрәк тибешен күрһәткән монитор бер ритмда бипелдәп тора-тора ла тигеҙ генә итеп һыҙғыра башлай. Табип, егеттең ағарған йәҙәнән күҙен алмай, шәфҡәт туташын ашыҡтырып, борсоулы тауыш менән:
- Ҡайҙа дефибриллятор?.. Йәһәтерәк тоташтырығыҙ, беҙ уны юғалтабыҙ, - тине… Үҙе:
- Йә, улым, йә, бирешмә! Беҙгә теге донъяға китергә әле иртәрәк… Унда беҙҙе бер кем дә көтөп тормай, беләһеңме, йәшәргә кәрәк, йәшәргә - тине, егет менән һөйләшеп. Дефебриляторҙан һуң Хәсәндең бына-бына ойоп китергә әҙер торған йөрәге, иренеп кенә эшләп китте.
- Иң мөһиме, йөрәге генә туҡтай күрмәһен, ҡалғанын йәш организм нисек тә күтәрер, еңеп сығыр. Ауырыуҙан күҙегеҙҙе алмағыҙ, хәле бик мөшкөл,- тип, әлегә һуңғы күрһәтмәләрен биреп, табип икенсе ауырыуҙар янына сығып китте.
* * *
Хәсәндең күҙ алдына ап-аҡ сәсле олатаһы йылмайып килеп баҫты. Ул бер нәмә лә өндәшмәй. Хәсән:
- Олатай, һаумы, нимә ҡарап йөрөйһөң бында? Һин үлгән инеңдәһә… Ә-ә-ә, мин төш күрәм?.. Әлбиттә, төш!..
- Мин һине түгел, өләсәйеңде көтә инем, улым, ниңә ашыҡтың?- тине олатаһы, ейәненең һөйләп бөткәнен дә көтмәй.
Хәсән ҡаушап китте.
- Олатай, аңламайым, был ни тигән һүҙең?
Егет тирә-йүненә күҙ һалды. Ҙур, яҡты бүлмә. Асыҡ тәҙрәнең ебәк, зәңгәрһыу ҡормаһы йылы елгә талғын ғына елберләй. Тынлыҡ ҡолаҡтарҙы киҫә. Егет тәҙрә аша тышҡа күҙ һалды. Ҡояш үҙе күренмәй, шулай ҙа ҡояш булғандағы кеүек яп- яҡты, йылы. Һауала, өләсәһенең күпереп торған мендәрҙәреләй, ап-аҡ болоттар эленеп тора. Кинәт Хәсәндең күңелен шом биләп алды.
- Олатай, әллә мин теге ней?!.
- Ваҡытың етһә, улым, һинән бер кем дә һорап тормай, килеп алалар ҙа китәләр.
- Минең бит әле саҡ егермем тулды, олатай?!. Егет аптырауынан ни эшләргә лә белмәне. Башын тәҙрәнән һоноп, тышҡа күҙ һалды. Унда бер бүлмәлә аҡ халатлы кешеләр… Табиптар !?. Бәй, олатай, өҫтәл өҫтөндә минең кәүҙәм ята ла ул...
- Өләсәйең күренмәйме, өләсәйең?- тип үҙ хәбәрен һөйләне ҡарт.
- Юҡ, күренмәй, олатай, - тине Хәсән, шунда тороусыларҙы күҙҙән үткәреп. – Әсәйем, атайым, һеңлем, Гөлдәр… Ә өләсәйем юҡ.
Ҡарт борсолоп:
- Бахырҡайымды ҡайғы аяғынан йыҡҡандыр. Ниндәй оло ҡайғы! Уйлап ҡараһаң башҡа һыймаҫлыҡ эш бит. Ул һикһән йәшлек әбей шап-шаҡтай йөрөп ята, һин бында…
- Өләсәйем йөҙ йәшкә лә етәр әле ул, олатай. Тартмай, эсмәй, наркотиктар ҡулланмай. Ваҡытында ята, тора, сәләмәт тормош алып бара.
Ҡарттың йөҙө етдиләнде.
- Әллә һин? - тине лә, тынып ҡалды. Хәйер бөтәһен дә күреп, белеп торҙо, тик…
- Эх, олтай, олатай… Һәр ваҡыт шулай булды. Беҙҙе- һеңлем менән икебеҙҙе уйлаусы, ҡайғыртыусы кеше булманы. Гел үҙ аллы. Ас, яланғас, аҡсаһыҙ булдыҡ тимәйем. Аллаға шөкөр. Ул яҡтан йәберләмәнеләр. Предкаларҙың беҙҙән башҡа ла эштәре күп булды. Бөтә уйҙары нисек күберәк аҡса эшләп алыу ине. Һатыу нөктәләре бөтә ҡала буйлап һибелгән. Һәр көн бер үк эш графиғы ҡабатлана. Иртән тауарҙы тараталар, складтан яңыһын барып алалар, кис көнлөк выручканы йыйып алып ҡайтып, яңынан һанап сығалар. Теге-был итеп, тамаҡтарына ашап, арлы- бирле иткәндәренсә төн етә, йоҡлап китәләр. Ни өсөндөр беҙ һеңлем менән ул графикҡа һәр ваҡытта ла һыймай ҡала инек.
- Ата-әсәнең бурысы аҡса эшләп, ғаиләһен тәьмин итеү инде ул. Шулай тырышмаһаң, хәҙерге ҡиммәтселек заманында белмәйем,- тигән булды ҡарт, улы менән килененә һүҙ тейҙермәҫкә тырышып.
Хәсән һөйләүен дауам итте.
- Балалар баҡсаһы өй эргәһендә булғас, һеңлем үҙе барҙы, үҙе ҡайтты. Күршелә йәшәгән Сәғүрә инәй өйҙө асып индереп, тамағына ашата торғайны. Минең мәктәп тә юл аша ғына ине...
- Бала кешенең эше, шул тырышып уҡыу инде.
Хәсән ҡысҡырып көлдө.
-Ни бысағыма кәрәк булған миңә ул уҡыу?.. Мәктәпте бөткәндә әсәйем директор менән һөйләшеп, алыш-биреш иттеләр ҙә, мә, һиңә нормальный аттестат. Унан кире, мәктәптә минең кеүек тәртипһеҙ уҡыусынан ҡотолорға уҡытыусылар үҙҙәре әллә нимәләр бирергә риза. Ха-ха-ха...
- Кит, улым юҡты һөйләмә. Улай эшләп була ти мени?..
- Була, булмай, нисек?.. Был уларҙың проблемаһы, олатай, мин не вникал… Юғары уҡыу йортонда ла шул уҡ цирк. Сессия ваҡытында атайым зачеткам араһына бабкалар ҡыҫтырып үҙе оценкалар йыйып сыға торған ине.
- Ә диплом эшең?.. Уныһын да һатып алдың тиң тағы.
- Эйе, уныһын да аҡса биреп эшләттек, үәт!
- Ышанмайым…
- Аҡсаға мохтаждар күп хәҙер, олатай, аҡса бөтә эште лә эшләй.
- Беҙ тырышып-тырмашып төҙөгән коммунизм шул микән ни?.. Ҡарттың асыуы йөҙөнә бәреп сыҡты.
- Һеҙ унда нимә төҙөгәнһегеҙҙер, олатай, белмәйем, тик аҡса ғына эшләй белмәгәнһегеҙ, был көн кеүек асыҡ.
- Атай-әсәйҙәр мәңгелек түгел. Үҙеңә лә берәй кәсепкә өйрәнергә, кәрәклеге тураһында уйлап ҡарағаның булдымы ?
- Нимәһен уйлайһың уның? Мин дә, һеңлем дә хата, тачка, наследство менән тәьмин ителгәнбеҙ,- ейәне ҡәнәғәт көлдө. – Рома дуҫым әйтмешләй: - Бөтәһе лә бар, бер нәмә эшләргә лә кәрәкмәй, живи и радуйся жизнью. Мин шулай иттем дә.
- Үҙеңдең киләсәгеңде нисек күҙ алдыңа килтерә инең? Егерме йәшлек, ир ҡорона ингән, буй еткән егет… Үҙең ғаилә ҡорорға уйламай инеңме әллә? Аңлауымса, балаларыңа һинән бер нәмәлә?.. Бәлки, шулай дөрөҫөрәктер ҙә, сөнки үҙең эшләп алған әйбер ҡәҙерле була.
- Был турала минең башыма инеп сыҡҡаны ла булманы,- Хәсән уйға ҡалды.
- Һин минең берҙән-бер ейәнем инең. Үкенескә ҡаршы, үҙеңде атайыңдар һаҡлап алып ҡала алмағандар. Йәл. Ә мин һиңә ҙур өмөттәр бағып тора инем,- тине ҡарт көрһөнөп. – Минең кеүек умартасы булыуыңды теләнем. Ауылдағы мин һалып ултыртҡан өй, әле һинең балаларыңдың балаларына ла етәр ине.
- Кит, юҡты һөйләмә, олатай, минең бит бал ҡортона, балға аллергия. Еҫен еҫкәй ҙә алмайым, быуыла башлайым, тәнем ҡыҙыл таптар менән ҡаплана,- тип Хәсән, еңен күтәреп беләгендәге күк таптарҙы күрһәтте.
- Был, улым, балдан түгел, ә аҡ ағыуыңдан. Бал ашап, ҡымыҙ, буҙа эсеп үҫһәң, ул нәмәгә тартылмаҫ инең дә бит,- ҡарт көрһөндө. – Был донъяла ғәзиз балаңды юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ ул, улым.
- Үҙҙәре ғәйепле. Ышанаһыңмы, олатай, көндәлегемде һорап алып, ҡарап ҡултамға ҡуйыусы кеше булманы. Һуңыраҡ уҡытыусым бик талап иткәс, ҡултамғаны үҙем ҡуя башланым. Башта, әлбиттә, тырыштым «дүртле» ләр, «бишле» ләр алдым… Көндәлегемде атайыма көсләп күрһәтеп тә ҡараным. Быға артыҡ иғтибар итеүсе булмағас, ҡулымды һелтәнем. Уларға артыҡ бер һум, минең «бишле»ләремдән күпкә мөһимерәк ине. Йөрөп ята, ярай… Аҡсам барлығы, юҡлығы менән ҡыҙыҡһындылар, ә хәлемде, ни эшләп йөрөүемде һораманылар. Һуңыраҡ, крутой егеттәр менән танышып алғас, хафаланыуҙарым үтте.
Егет бер аҙға үҙ уйҙарына сумды. Ҡарт нимә тип әйтергә лә белмәй ейәнен тыңланы ла, тыңланы.
- Әйтеүе ҡыйын, бәлки, икенсе ата-әсә менән минең яҙмышым икенсе төрлө йүнәлеш алыр ине, белмәйем… Ана, синыфташым Айрат, үҙе аҡса эшләп ала. Әсәһе- уҡытыусы, атаһы- хирург. Үҙең беләһең, уларҙың эш хаҡы менән аяҡҡа кешесә кроссовки ҙә һатып алып кейеп булмай, ә башҡа прикидтар тураһында һүҙ ҙә юҡ...
Мин үҙемдең бер- ике кейеп ташлаған шмоткаларымды уға бушҡа тәҡдим иткән инем, алманы. Әллә кәмһенде, әллә оялды...
Ҡарт бер аҙ уйланып торғандан һуң:
- Фани донъяларҙа йәшәгәндә, һәммәбеҙ яңлышабыҙ. Дүрт аяҡлы хайуан да һөрлөгә тигәндәй, мин бында әллә ни ҙур фәжиғә лә күрмәйем. Тик, үкенескә ҡаршы, ҡайһы берҙәребеҙ, хаталарыбыҙҙы ваҡытында төҙәтергә онотабыҙ. Һин атайыңдың берҙән-бер улы булған кеүек, атайың да минең берәү генә булды. Һин тыуғас мин нисек ҡыуанғанымды күрһәң, йәнәһе нәҫелем ишәйҙе, ҡарттың күҙе йәшләнде.
Хәсән:
- Минең менән яфаны күп күрҙе улар. Ул өйҙән сығып китеүҙәрем, наркотиктар ҡулланыуым, насар компанияға
бәйләнеүем һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ башҡа ваҡ-төйәк енәйәттәр… Шулай итеп тегеләрҙең иғтибарын күпмелер ваҡытҡа үҙемә йәлип итеп ала инем. Башта юрый ғына прикол өсөн генә ҡыланһам, һуңынан холҡома инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Мин үҙемә ундай ул теләмәҫ инем...
Әллә быға тиклем уны бер тыңлаусы ла булмағанғамы, әллә тулышҡан күңеле бушап, еңеллек алғанғамы, Хәсән һөйләне лә һөйләне. Ҡарт уны бүлдермәне, тыңланы ғына.
- Ә Гөлдәр тигәнең, ниндәй ҡыҙ ул? - тип ҡарт һүҙҙе икенсегә борҙо.
Хәсән ике ҡулы менән башын ныҡ итеп ҡыҫып, тәү ҡат, үкенесле тауыш менән:
- Гөлдәр - ул мине аңлаған, яратҡан берҙән-бер кеше булғандыр. Тик дуҫтарымдан айырырға маташыуы менән генә килешә алманым.
« Нисек бармын, шулай ярат. Оҡшамаһам, инәлмәйем, ана бара юлың» - тинем. Хәҙер аңлайым, ҡатыраҡ бәрелдем. Китте… Һуңынан килеп йөрөмәне, шылтыратманы ла. Мин дә ғәфү үтенеп, артынан барып йөрөмәнем. Ғәфү үтенеп, түбәнһенергә енем һөймәй.
- Кемдең дә булһа берәй кешенең һүҙенә ҡолаҡ һалырға тейеш инең дә баһа.
- Мин бер кемгә, бер нимә лә тейеш түгел!..
- Ана щул үҙ белдегең менән йөрөп, егерме генә йәшеңдә гүр эйәһе булдың инде. Кемгә насарлыҡ эшләнең? Бынамын тигән матур егетһең!..
- Мин иҫән саҡта ла улар мине иҫләп торған тиһеңме әллә, көтөп тор. Синыфташ малайҙарҙы аталары төрлө спорт секцияларына йөрөттөләр. Хоккей, футбол ҡарарға бергә йөрөйҙәр ине. Беҙҙең дворҙа Айтуған иң яҡшы хоккеист. Ә мин хоккей уйнамаҫлыҡ малай инемме ни? - Хәсәндең күҙенән йәш бөрсөктәре тәгәрәне. – Хәҙер миңә уларҙың аҡсалары һуҡыр бер тингә лә кәрәкмәй, хатта наркотик алыр өсөн дә.
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ата-әсә һөйөүенә, иғтибарына, йылыһына, туйына алмаған ейәне олатаһына үтә лә йәл булып китте. Бер ҡарағанда, әллә ни ҙә булмаған кеүек. Хәҙер күп кеше шулай йәшәй. Ә ниндәй ҙур фәжиғәгә алып килгән. Өләсәһе ҡайҙа ҡараны икән? Хәйер, ул ауылда ине бит әле. Шулай булһа ла, был яуаплылыҡты кәметмәй.
- Улым, һинең ғүмереңдә шулай уҡ бер ыңғай ваҡиға ла булманымы ни?
- Ни эшләп булмаһын ти, булды, олатай, ейәненең күҙҙәре янып китте. Бәләкәй саҡта ауылда ял итеү, һинең менән бесәнгә йөрөү, Йондоҙ исемле атыңа һыу эсереү, һыбай йөрөү, магазиндан өләсәйемдең сеткаһын күтәреп алып ҡайтыу, һинең миңә йоҡо алдынан һуғышта булған төрлө мажаралы хәлдәр һөйләүең, әкиәттәр уҡыуың, мунса ла имән минлеге менән сабыуың,.. Эх, олатай, булды, булды әлбиттә! Тик би-и-ик күптән, мин бөтөнләй бәләкәй саҡта булды. Егеттең йөрәге ҡаты итеп сәнсеп алды. Ул күкрәген тотоп, бөгәрләнеп иҙәнгә төштө.
* * *
Егеттең хәле үтә лә ауыр ине. Бер өҙлөкһөҙ һаташты, ниҙер ҡысҡырҙы, иланы, ыңғырашты, кемделер саҡырҙы… Әгәр ҙә ауыртыуҙы баҫа торған көслө уколдар ҡаҙамаһалар, ваҡыт-ваҡыт аңын юғалтмаһа, һынған һөйәктәренең, ҡабырғаларының, йәрәхәтләнгән тәненең, эстә өҙөлөп ҡанһыраған ҡайһы бер ағзаларының ауыртыуын, бәлки күтәрә лә алмаҫ ине.
Биш сәғәткә һуҙылған операциянан һуң егетте реанимация бүлмәһенә күсереп, ҡаты күҙәтеү аҫтына һалдылар.
* * *
Ҡарт ейәненең ҡайғыһын ауыр кисерҙе :
- Улым, ни булһа ла яҡшыға юрарға кәрәк, - тине ахры.
- Белмәйем, бында нимәгә өмөтләнергәлер?.. Алдараҡ уйларға кәрәк булған да бит, хәҙер терһәккә буй етмәй, олатай…
- Эх, улым, улым!.. Үкенескә ҡаршы, кешеләр нәмә ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлай шул. Иң аянысы, һинең үҙ яҙмышыңа үҙең үтә битараф булыуың ғәфү итерлек түгел. Һиндәйҙәргә « Беткә үсегеп, тунын утҡа яҡҡан»,- тип әйтәләр. Икенсе бер бала, киреһенсә, ата-әсәһенең хәленә инеп, уларға ярҙам итер ине. Тырышып уҡып, һеңлеһенә өлкән ағай, йорт-ҡураға күҙ – ҡолаҡ булыр ине. Ә һин еңел юл һайлағанһың. Бәпәй булып илап ултырыуы еңел шул. Бер кемде, хатта үҙеңде лә яратмағанһың, йәлләмәгәнһең… Бәлки, шуға күрә Хоҙай Тәғәләһе һинең яҡты донъя менән хушлашыуыңды хуп күргәндер. Мәғәнәһеҙ ғүмерҙәр былай ҙа күп.
Хәсән башын олатаһының алдына һалып, һөйләүен дауам итте.
- Әле лә шул машина арҡаһында килеп сыҡты. Асҡысын йәшереп ҡуйғандар ҙа бирмәйҙәр. Эскәнмен, йәнәһе. Таптым да, үс итеп, машинаны алып сығып киттем. Нисәнсе тиҙлектә елгәнемде белмәйем. Ике йөҙҙән дә кәм булмағандыр, йәнә плюс доза. Аңыма килгәндә күперҙән Ағиҙелгә оса инем инде… Эх, шунда берәйһенең һүҙен тыңлаһамсы!.. Юҡ, тәкей, үҙ һүҙемде һүҙ итәм тип, барып суҡынып ҡуйҙым…
Егет үкһеп илап, бер аҙ тынысланғас, иҙәнгә салҡан ятты.
- Ни булһа ла булған улым, бәлки, кем белә?.. Кеше үлгәс: « Ауыр тупрағы еңел булһын»,- тип теләк теләйҙәр. Күккә осоп киткән йән, ниндәй ер ауырлығын тойһон икән? Иң ауыр ҡайғы ерҙә ҡалғандар елкәһенә төшә. Миңә ҡалһа, киреһенсә, беҙгә, ерҙә ҡалғандарға, еңеллек, сабырлыҡ теләп китергә кәрәктер. Ярай, улым, миңә китергә ваҡыт,- ҡарт урынынан торҙо. - Ә һин, һин ҡалырға тейешһең. Мин һине түгел, ә өләсәйеңде көтәм. Оҙаҡламай уны ҡайтып алырмын. Етәр уға унда - тип, шаяртып та алды ҡарт. – Әтеү, Саҡ менән Суҡ кеүек - ул унда, мин бында ялғыҙ тигәндәй. Тик бер үк күңелеңә ауыр алма, донъя шулай ҡоролған. Ул ҡанундарҙы бер кем дә үҙгәртә алмай.
- Олатай, олатай, китмә!..
-Улым, иҫән- һау бул! Бында килергә ашыҡма! Бәндәгә ғүмер былай ҙа бик әҙ бирелгән! Нәҫелде ҡоротма, матур итеп, кешесә, егеттәрсә, гөрләтеп йәшә, йәме! - Кемдең ейәне? - тип һорағандарға , миңә: - Минең ейәнем!- тип, ғорурланып әйтерлек булһын!..
* * *
Яғымлы ҡатын - ҡыҙ тауышына Хәсәндең зиһене асылып китте.
– Аллаға шөкөр, ниһәйәт, күҙҙәрен асты! - тине, улы янынан бер аҙымға ла китмәгән әсәһе. Күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Палаталағы тауышҡа шәфҡәт туташы ла йүгереп килеп етте...
Егет тәҙрәгә күҙ һалды. Зәңгәрһыу күктә, аҡ елкәнгә оҡшап, йомшаҡ, ап-аҡ болоттар йөҙә.
- Тыуған көнөң менән, батырым!.. Хәсән тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Ул аҡ халат кейгән Гөлдәренең, һөйөү тулы күҙҙәрен күреп, ирененең сите менән генә йылмайҙы.
Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө
Фото: Ф.Рәхмәтуллина