Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь , 19:49

“Ҡартаямы ни ул йөрәк?”

Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортонда оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата бик матур сара үтте.

“Ҡартаямы ни ул йөрәк?”
“Ҡартаямы ни ул йөрәк?”

Көҙҙөң уңыштарын йыйған саҡта Ололар көнөн билдәләү тиккә тура килмәгәндер инде. Сөнки оло быуын кешеләре лә тап ошо көҙ миҙгеле кеүек олоғайған көндәрендә үҙ тормоштарының “уңыштарын, емештәрен” барлай торған ваҡыт. Бөгөн ауыл клубында уҙғарылған кисәгә төрлө өлкәләрҙә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған, матур итеп донъя көтөп, бәхетле өләсәй-ҡартатай булып йәшәүсе оло быуын вәкилдәре йыйылған ине. Тәмле сәй табыны артында йәнле әңгәмә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Халиса Байдәүләтова, Илдар Хәсәнов, Раиль Ғилманов, “Умырзая” вокаль ансамбле тарафынан башҡарылған йырҙар ҡунаҡтарға бик оҡшаны, бергә ҡушылып йырлап та ултырҙылар улар. Байрам сәбәпселәрен Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Зөлфирә Мулланур ҡыҙы ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ байрамға арнап яҙған шиғыры менән мәғариф уҙаманы Мәрүәр Ишморатова сығыш яһаны. Көлкө аралаш үткәрелгән уйын да үткәреп алдыҡ. Ағай-апайҙарыбыҙ йәшлек йылдарын иҫкә алып, гармун моңдарына ҡушылып йырланылар ҙа, өҙҙөрә баҫып бейенеләр ҙә.
Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллинға, бағымсыбыҙ Зәлиә Кашфулла ҡыҙы Исмәғилеваға, тәмле күстәнәстәрен тотоп килеүсе апайҙарға, байрам табынын әҙерләп, йүгереп йөрөүсе ҡыҙҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, артабан да эштәрендә уңыштар, оло быуын вәкилдәренә сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Гөлназ ҒАФФАРОВА.
Иҫке Бәпес ауылы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: