Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала мәшәҡәттәрегеҙҙең ҡапыл күбәйеп китеүе ихтимал. Юҡ-барға эсегеҙ йыш бошор һымаҡ. Әлеге хәл оҙаҡҡа бармаҫ. Шаршамбыла яңы асылған мөмкинлектәрҙе күреп, ниндәйҙер эшкә мауығып тотонорһоғоҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәрҙәр килер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә элек осрамаған мәсьәләләргә тап булырһығыҙ. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, уны бөтә яҡтан өйрәнергә ҡуша. Кеше кәңәштәренә иғтибар бирмәгеҙ – уларға ышанып, яңылыш юлдан китеүегеҙ мөмкин.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙе уңышлы аҙна көтә. Был арала эске тауышығыҙға тулыһынса ышанығыҙ. Ул һәр саҡ дөрөҫ һәм урынлы ярҙам итер. Яуаплы урындарҙа эшләгәндәр бигерәк тә уңыр. Етди һөйләшеү ҙә булыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбе һәм шаршамбыла көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыр. Үҙегеҙҙе тыныс тотоуығыҙ һәр осраҡта ла ярҙам итер, бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ. Яңы эшегеҙ һәйбәт башланып, мотлаҡ яҡшы тамамланыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Көндәр һәйбәт килмәксе. Борсолор өсөн сәбәптәр булмаҫҡа тейеш. Шаршамбыла ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Бында тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Ғаиләгеҙҙә ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбелә хәлдәрҙең һеҙ уйламаған йүнәлеш алыуы бар. Аптырап ҡалмағыҙ, яңы юлдар эҙләгеҙ, башҡаларҙың кәңәштәренә таянығыҙ. Кесе йомала алдығыҙҙа бәхетле мөмкинлектәр асылыуы ихтимал. Ләкин уларҙы күптәр күрмәй ҡалыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)Һис тә көтмәгәндә ҡулығыҙға аҡса килер. Күптән онотолған бурысты ҡайтарыуҙары ла бар. Шаршамбы бар яҡтан да уңышлы үтер. Башҡаларға фекерегеҙҙе еткерә алырһығыҙ, һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна уңышлы уҙыр. Кемдер ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне асыҡлар. Бәғзеләр ныҡышмалылығы арҡаһында элек булдыра алмаған эште уңышлы тамамлар. Яҡшы хәбәрҙәр әленән-әле килеп торор.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбелә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙы көтөгөҙ. Шулай ҙа кире хәлдәр ҙә осрар. Кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ, тиҙҙән ыңғай үҙгәрештәрҙе тоя башларһығыҙ. Йомалағы осрашыуҙар файҙалы булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна ижади кешеләр өсөн айырыуса уңышлы. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Тик барыһына ла мөмкинлегегеҙ етмәҫ һымаҡ. Уларҙы иҫегеҙҙә тотоп, уңайлы мәлдәрҙе көтөргә генә ҡала.
Саян (24.10 – 22.11)
Бәғзеләр рәсми ҡағыҙҙар менән булышыр. Барыһын да ваҡытында булдырырһығыҙ. Үҙегеҙгә бигүк оҡшамаһа ла, был арала кеше эштәренә ҡыҫылырға тура килер. Эштәгеләр менән мөнәсәбәтегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡайсаҡ яҡшы таныш эштәрегеҙ ҙә ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Тик был ваҡытлыса ғына. Тиҙҙән төп эшегеҙгә әүҙем егелерһегеҙ. Был арала ниндәйҙер уйламаған осрашыу булыр. Ул хәтерегеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.
Өмөтбай.
Йәшлек гәзите.